Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ғинуар 2025, 14:42

Тауҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләре

Ҡарлы һәм боҙло тауҙарҙан шыуыу - балаларҙың яратҡан ҡышҡы уйындарының береһе. Был күңелле уйын травма пунктына барыу менән тамамланмаһын өсөн, хәүефһеҙлек тураһында онотмағыҙ. Беренсе сиратта был турала ата-әсәләрхәстәрлек күрергә тейеш. Төп ҡағиҙәләр  менән танышығыҙ.

Тауҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләре
Тауҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләре

🛷Йыһазландырылмаған битләүҙә, шулай уҡ тимер юл ҡырында һәм автомобиль юлы эргәһендә санала йәки тюбингта шыуырға ярамай. Йәрәхәтләнеүегеҙ йәки бәхетһеҙ осраҡҡа юлығыуығыҙ ихтимал.

 

❄ Тауҙан шыуғанда тағы ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк?

 

- Ҡорамалдарығыҙҙың төҙөклөгөн тикшерегеҙ.

 

- Шыуып төшөр алдынан юлдың буш булыуына һәм аҫта кеше юҡлығына инанығыҙ.

 

- Юлығыҙҙа сана, тюбингҡа зыян килтерерҙәй соҡорҙарҙың, ҡалҡыулыҡтарҙың, таш һәм ботаҡтарҙың юҡлығын тикшерегеҙ.

 

- Ултырып ҡына шыуырға кәрәк.

 

- Тюбингта шыуһағыҙ, махсус ҡайышҡа тотоноғоҙ.

 

- Шыуып төшкәс, мөмкин тиклем тиҙерәк трассанан китегеҙ.

 


❌ Тауҙан шыуған ваҡытта нимә эшләргә ярамай?

 

- Бәләкәй балаларға өлкәндәрһеҙ шыуырға.

 

- Аяҡ өҫтө баҫырға йәки һикерергә.

 

- Боҙ юлы аша сығырға.

 

- Тауҙан баш менән алға табан шыуырға.

 

- Бер юлы бер нисә кешегә ҡоролмаға ултырырға, юғиһә барыһының да осоп ҡалыуы ихтимал.

 

- Саналарҙы һәм «ватрушка»ларҙы паровоз итеп бер-береһенә беркетергә – был осраҡта ҡоларға мөмкин.

 

- Ҡорамалдарҙы транспорт сараһына, мәҫәлән, ҡаргиҙәргә һәм автомобилгә бәйләргә.

 

- Алкоголь эскән килеш шыуырға.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас