Нурия Урал ҡыҙы 22 йыл Талбазы үҙәк дауаханаһында педиатр булып эшләй, балалар консультацияһы бүлегенең мөдире вазифаһын да башҡара. Ун йыл һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы - халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе буйынса баш табип урынбаҫары эшен алып бара.
Юғары категориялы табип һәр эшендә лә яуаплы, уны бөтә күңелен биреп башҡара. Хеҙмәте төрлө дәүләт наградалары менән баһаланған. Табип «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы», һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Быйылғы йыл да емешле булды: Һабантуй байрамында Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Динар Ғилметдинов Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ә күптән түгел, 17 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе ултырышы тантаналы шарттарҙа үтте. Унда Талбазы дауаханаһының ойоштороу-методология бүлеге мөдире Нурия Урал ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы»тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Был юғары награда - яҡташыбыҙҙың күп йыллыҡ хеҙмәтен, юғары профессионализмын һәм республиканың һаулыҡ һаҡлау үҫешенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн таныу.
Район халҡы ла уның эшен юғары баһалай. 8 Март алдынан «Башҡортостан» гәзите йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, халҡыбыҙҙың йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индергән республика вәкилдәре араһында «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ-ойоштороусы» исеменә конкурс үткәрҙе. Конкурста Башҡортостандың 17 районынан һәм ҡалаһынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Улар араһында Нурия Вәлиева лайыҡлы еңеү яуланы. Аҡ халатлы кешеләр - өмөт, шәфҡәтлелек билдәһе, тиҙәр. Эйе, яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа һөнәрҙе үҙ иткән Нурия Урал ҡыҙы, күңелен биреп, кешеләрҙе йән йылыһы, матур һүҙе менән дә дауалай белгән табип булараҡ, пациенттарының рәхмәтле ҡарашын тойоп йәшәйҙер. Күпме кешенең сәләмәтлеге, ғүмере нәҡ уларҙың квалификациялы хеҙмәтенә бәйләнгән!
Ғаиләһендә хәстәрлекле әсәй, яратҡан ҡатын да. Ире Риф Миңлеғәриф улы менән 32 йыл бергә тормош кисерәләр. Улдары Артур ҙа, ҡыҙҙары Рушана ла юғары белемле белгестәр, тормошта үҙ юлдарын тапҡандар.
Нурия Урал ҡыҙына тағы ла уңыштар, ғаилә именлеге, бәхетле тормош һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ! Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән! Яңы йыл яңы ҡаҙаныштар, яңы шатлыҡтар килтерһен!