Башкортостан Башлығы үҙ сығышында форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм әлеге дискуссия майҙансығының юғары һөҙөмтәлелеген билдәләп үтте.
– Был мөһим сара киң халыҡ-ара әһәмиәткә эйә һәм, әлбиттә, Рәсәй өсөн дә, беҙҙең республика өсөн дә мөһим. Форумды ойоштороусыларҙың уны уҙғарыуын дауам итергә тигән ҡарар ҡабул итеүе дөрөҫ, сөнки ул баштан уҡ бик етди ҡатнашусылар даирәһен йыйҙы, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе, шулай уҡ, Рәсәй бизнес даирәһенең, предприятие етәкселәренең илдең тотороҡло үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы.
– Тырышлыҡ, тәрән интеллектуаль эш һөҙөмтәһендә беҙ ҡатмарлы шарттарҙа берләшә алдыҡ, яңы партнерҙар таптыҡ, етештереү, логистика, финанс сылбырҙарын үҙгәртә барҙыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Министрлар советы Рәйесе урынбаҫары, Ҡырым Республикаһының Рәсәй Президенты ҡаршыһындағы Даими вәкиле Георгий Мурадов үҙ сығышында һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын Өфөлә уҙғарыу - төбәктәр араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен көйләүҙә рациональ географик урын.
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм республика Хөкүмәтенә ҡунаҡсыллыҡтары һәм уртаҡ эшебез хаҡына ярҙамдары өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәһем килә. Өфөлә Ялта Халыҡ-ара иҡтисади форумын уҙғарыу идеяһы Башҡортостандың Ҡырымға Рәсәй менән ҡушылғандан һуң күрһәткән ярҙамының дауамы булды. Был - беҙҙең бәйләнештең ныҡлығын һәм хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә әҙерлекте күрһәтә торған мөһим аҙым, – тип билдәләне Георгий Мурадов.
Пленар ултырыш һөҙөмтәләре буйынса журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе билдәләп үтеүенсә, хатта ҡатлаулы макроиҡтисади проблемалар һәм сәйәси тотороҡһоҙ шарттарҙа ла сит ил бизнесы Рәсәйҙә эшләргә ынтыла.
Фото: glavarb.ru