Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың власть вәкилдәре: район прокуроры урынбаҫары Айрат Фауарисов һәм район башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Айҙар Нафиҡов менән аралашыу мөмкинлеге булды.
Тамашасыларға коррупцияға ҡаршы көрәшкә арналған видеороликтар күрһәтелде. Тормоштағы сағыу миҫалдарҙа уларға был социаль яуызлыҡтың йәмғиәткә ниндәй зыян килтергәнен күрһәттеләр. Балалар «коррупция» һүҙенә ассоциацияларҙыбик теләп эҙләне. Улар араһында: «ялған», «ришүәт», «ғәҙелһеҙлек», «енәйәт» тигән һүҙҙәр булды. Алып барыусы, китапханасы Гөлназ Әхмәтйәнова был фекерҙәрҙе тулыландырҙы. Ул рус әҙәбиәтендәге авторҙарҙың художестволы образдары аша ришүәтселек темаһын асҡан миҫалдарын килтерҙе. «А рыльце-то у него в пушку…» тигән рус телендәге ҡанатлы һүҙбәйләнештең килеп сығышы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Был ирониялы юлдар, күптәр хәтерләүенсә, И.А.Крыловтың мәҫәленән алынған
- Беҙгә белемле, ысын белгестәр кәрәк. Бәләкәйҙән законһыҙ эштәрҙең кире эҙемтәләргә килтереүен аңлау мөһим. Үҙеңде дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтергә кәрәк. Алыусы ла, биреүсе лә хаҡлы түгел, - Айҙар Ришат улы балаларҙың иғтибарын кемдең коррупционер тип иҫәпләнеүенә йүнәлтте. Ул уҡырға теләмәгән, ә законһыҙ юлдар менән белем алған кешенең алдағы тормошондағы эҙемтәләре тураһында һөйләне. Бындай мөнәсәбәт йәмғиәт һәм граждандар өсөн хәүефле.
Сарала «Коррупцияһыҙ донъя» һүрәттәр конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләнеләр. Уны район хакимиәте ойошторҙо. Район балалары һәм үҫмерҙәре, хатта балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, ҡатнашты. Китапханала иң яҡшы эштәрҙән күргәҙмә ойошторолған. Һүрәттәр ҡыҙыҡлы - йәш рәссамдар ижади, мәғәнәле әҫәрҙәр тәҡдим иткән. Район хакимиәтенең кадрҙар эше буйынса бүлек начальнигы Лиана Шаганц конкурсанттарҙы киләсәктә республика кимәлендә ҡатнашырға саҡырҙы. Рәсем дәресе һәм өҫтәмә белем биреү педагогтарына ижади башланғыстары, балаларға индивидуаль ҡарашы өсөн хакимиәт башлығының рәхмәт хаттары тапшырылды. Конкурс талаптарына яуап биргән иң яҡшы эштәре өсөн ҡатнашыусылар грамоталар һәм приздар менән бүләкләнде.
Был сара бөтәһенә лә шуны ҡабат иҫкә төшөрҙө: әгәр һәр кем был яуызлыҡ менән көрәшкә үҙ өлөшөн индерһә, коррупцияһыҙ киләсәк мөмкин, тип иҫкәртә.