Дөйөм уяулыҡ, шикле осраҡтарға иғтибар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫҡа йәки уның эҙемтәләрен кәметергә ярҙам итәсәк. Бының өсөн телефонға ҡушымта ҡуйырға кәрәк.
Әгәр шикле объекттар – пилотһыҙ осоу аппараттары, ракеталар, шартлауҙар, шикле кешеләр төркөмөн күрһәгеҙ, ҡушымтаны асығыҙ, телефонығыҙҙы объект хәрәкәте йүнәлеше буйынса тоҫҡағыҙ һәм нимә күреүегеҙҙе һайлағыҙ. Пилотһыҙ осоу аппараттары тәү сиратта билдәләнгән. Әгәр ниндәй объект менән осрашыуығыҙҙы белмәһәгеҙ, «белмәйем» билдәһенә, артабан «Хәбәр ит» төймәһенә баҫығыҙ. Һеҙҙең сигнал тиҙ арала тикшереү һәм сара күреү өсөн яуаплы федераль хеҙмәттәргә ебәрелә.
Әгәр хәбәр итеү ваҡытында бәйләнеш юғалһа, система сигналды теркәп ҡуя һәм элемтә бәйләнеше булыу менән мәғлүмәттең тапшырыласағы тураһында хәбәр итә. Шулай уҡ ҡушымта шикле объекттың фотоһүрәтен һәм тасуирламаһын ебәрергә мөмкинлек бирә. Объект тураһында ҡушымтала хәбәр иткәндән һуң 112 номеры буйынса оператив хеҙмәттәргә шылтыратығыҙ. Шулай уҡ Халыҡ фронтының Кибердружинаһына – Рәсәй граждандарына мәғлүмәти хәүефтәрҙе кире ҡағыуҙа үҙ ирке менән ҡатнашҡан битараф булмаған кешеләр берләшмәһенә ҡушылығыҙ.
«РАДАР.НФ» ҡушымтаһына һылтанма https://onf.ru/radar
Сығанаҡ: https://oskon.info/news/kh-ef-e-lek/2024-11-02/i-tibarly-buly-y-ege-e-m-ya-yndary-y-y-a-la-y-3993710