Башҡортостан йәштәре Марий Эл республикаһы һәм Смоленск өлкәһе ирекмәндәре менән бергә эвакуацияланған Курск кешеләренә һәм хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә килә. Халыҡ фронтының Йәштәр ҡанаты гуманитар ярҙам төркөмө составындағы егет-ҡыҙҙар келәттәрҙә, хәрби госпиталдә эшләйҙәр, ваҡытлыса урынлашыу пункттарына сығалар.
Командаланың бер ҡатнашыусыһы, Лилиә Сәғиҙуллина командировкала оҙаҡ күрмәгән атаһы менән осраша ала.
Атаһының Курск йүнәлешендә хәрби бурыс үтәүе тураһында ҡыҙ гуманитар миссияны ойоштороусыларға һөйләй. Халыҡ фронты Лилиәгә сюрприз әҙерләй - бер-береһенә ҡәҙерле кешеләрҙе осраштыра. Был Атайҙар көнөнә үҙенсәлекле бүләк була.
«Ҡыҙымдың Курскта икәнен белгәс, башта бик борсолдом. Бында тыныс түгеллеген беләм бит. Был осрашыуҙы ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәт. Көтөлмәгәндә бик ҡыуаныслы көн булды», - ти «Мудрый» позывнойлы атай.
Лилиә Сәғиҙуллина атаһы мобилизацияланғас ирекмәндәр эшенә ҡушыла. Ул яңы төбәктәргә гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҡатнаша, маскировкалау селтәрҙәре үрә, хәрбиҙәргә йылы кейемдәр бәйләй.
«Курск өлкәһенә команда йыйғанда, Лилиә беренселәрҙән булып теләк белдерҙе. Ул атаһының шул яҡта сик һаҡлауын әйтте. Бик ныҡ осрашҡыһы килеүен, тик бының мөмкин түгеллеген дә аңлай ине. Беҙҙең команда уға был хыялын тормошҡа ашырырға мөмкинлек булдырҙы - дошманға ҡаршы торған һаҡлаусыбыҙ һәм уның яугирҙарға ярҙам итеүсе ҡыҙы ярты йылдан һуң осрашты», - ти Халыҡ фронтының Йәштәр ҡанаты координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.