Тиҫтәләгән генә өйҙән торған бәләкәй ауылда күберәк хаҡлы ялдағылар йәшәй. Уларҙың араһында иң өлкән “марсиан” – Миңнислам Өмөтбаев, уға 87 йәш. Һайлауҙарҙа һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә.
Миңнислам ағай, үҙ йәшенә ҡарамаҫтан, етеҙ генә, күҙлекһеҙ генә уҡый-яҙа, үҙ автомобилендә Марс тирәһендәге эштәрен башҡарып йөрөй.
82 йәшлек Ғилминур Ғәлиева ла тик тормай. Өйөн үҙ ҡулы менән бәйләгән төрлө көнкүреш кәрәк-ярағы биҙәй. Әле лә бәйләм менән була. Балалары уны үҙәк район китапханаһына йөрөргә яҙҙырып ҡуйған. Уҡырға, мәғлүмәтле булырға ярата. Талбазыға такси менән йыш ҡына “йән аҙығы” артынан барып ҡайта.
Иң йылмайып торған “марсиан” апай – 78 йәштәге Хәлиҙә Ҡылысова булғандыр. Өйө лә бөхтә, ихатаһы ла сәскәләргә күмелгән. Ейәне Закир өләсәһенең өйөнә һыу үткәрергә әҙерләнеп йөрөй. Бигерәк тә яҡшы, хәҙер йәшәү шарттары тағы ла яҡшырып китер.Ошо уҡ ауылда йәшәгән ҡыҙы менән кейәүе лә килеп, тауыш бирҙеләр.
Ауылда ҡаланан йәйгелеккә генә ҡайтып йәшәүселәр ҙә, даими бында йәшәүселәр ҙә бар. 28 һайлаусыға «Рәхмәт-2024» акцияһының куар-билеттары, беләҙектәр бирелде. Марсиандарға уңыш йылмайһын!