Рух
+3 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
6 Сентября 2024, 03:47

Тауыш биреү башланды

Белеүегеҙсә, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостан республикаһы Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтарына тауыш биреү башланды. Бөгөн һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә эш башланы.

Тауыш биреү башландыТауыш биреү башланды
Тауыш биреү башланды

Кәлсербуран ауылының 966-сы һайлау участкаһында ла барыһы ла әҙер ине. Комиссия рәисе Эльвира Исламғолова ауылдаштарының әүҙем киләсәгенә, тауыш биреүҙән ситтә ҡалмаҫтарына ышана. Шулай уҡ мобиль булмаған кешеләр өсөн дә өйҙәренә барып һайлатыу ойоштороласаҡ.

Мәктәп бинаһында килеүселәрҙе күңелле музыка ҡаршы ала. Ваҡыт етеү менән беренсе килеүселәр ҙә күренде. Тәүге булып Яңы Кәлсер ауылынан “Башнефть”компанияһында эшләүсе Ришат Тимербулатов бюллетендәр алды.

 Артынса уҡ Ғәлиевтар ғаиләһе килде. Эльвира Булат ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһендә, Илшат Йәүҙәт улы “Газпром”да эшләй. Шулай итеп, был участокта эш иртә менән әүҙем башланды. Барыһы ла QR-билеттар бирелде.

 Төбәктә барлығы  3302 һайлау участкаһы ойошторолған, шул иҫәптән берәү – Мәскәү ҡалаһында. Үҙегеҙҙең тауыш биреү урынын белеү өсөн https://voter.gosuslugi.ru/new/voter .һылтанмаһы буйынса белеп була. Шулай уҡ  88003475454 һандары аша Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу элемтәһе эшләй.

Ауырғазы районыныда район Советына һәм Талбазы ауыл советына  9-сы бер мандатлы һайлау округы буйынса депутат һайланасаҡ.

Районда 49 һайлау комиссияһы эшләй. Һайлау комиссиялары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем һеҙҙе көтә.

Тауыш биреү башланды
Тауыш биреү башланды
Тауыш биреү башланды
Тауыш биреү башланды
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас