Рух
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Август 2024, 22:39

"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте

Ауырғазы районы Таштамаҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Усман ауылынан Илшат Ғәлиев «Агростартап»программаһында ҡатнашты. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы ултырышында үҙенең проектын уңышлы яҡлап, ул һыйыр малы һанын арттырыуға һәм һөт продукцияһы етештереүгә грант алды.

"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. 2023 йылда ғына республика фермерҙары төбәктәге дөйөм продукция күләменән 36 проценттан ашыу иген, 32 процент көнбағыш, 22 процент шәкәр сөгөлдөрө, 6,5 процент картуф һәм йәшелсә, 5,7 процент ит һәм 11 процент һөт етештергән. Фермерҙарға төрлө ярҙам төрҙәре, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә райондарҙа индерелгән ташламалар бар.

Илшат Һәм Алһыу Ғәлиевтар ун биш йыл самаһы малсылыҡ менән шөғөлләнә. Башта ҙур пландар төҙөмәйҙәр, быны ваҡытлыса шөғөл тип иҫәпләйҙәр. Артабан ваҡлап һатыу менән шөғөлләнеү өсөн магазин асыу өсөн башланғыс капитал йыйыу идеяһы килә. Ә мал үрсетеүҙән баш тартырға. Әммә Ғәлиевтар был эште үҙ итеп өлгөрә. Бына магазин уңышлы эшләй, ферма бар – малсылыҡ уларҙың тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән.

2022 йылда Илшат Үзбәк улы яңы эш башлаған фермерҙар өсөн гранттар тураһында белә. Дәүләт ярҙамы алыу шарттары үтәлгән була - 2021 йылда ҡуртымға алынған участкала 70 баш эре мөгөҙлө малға 400 квадрат метрлыҡ ферма төҙөлдө, ауыл хужалығы производствоһы өсөн ер ҡуртымға алынды.

  • - «Агростартап» ярҙамында мин 4,5 миллион һум алдым. 500 мең һум өҫтәп, 30 ҡара-сыбар йәш һыйыр, һөт өсөн һыуытҡыс, пресс, культиватор, ворошилка, дискатор, бысҡыс, һабан, лизингҡа «Беларус» та һатып алдыҡ. Етештереү күләме һатыу баҙарын киңәйтергә мөмкинлек бирә. Мин үҙем ташыу менән шәхсән шөғөлләнәм. Көн һайын тауарҙы нөктәләр буйынса таратам, уларҙың алтауһы-Стәрлетамаҡта, өҫтәүенә күмәртәләп һатыусылар. Талбазы ауылында - «Хәләл», «Аҡбуҙат» һәм «Минимаркет»магазиндары. Ҡымыҙҙы айырыуса яҡшы баһалайҙар. Уны технологияһын теүәл үтәп әҙерләйбеҙ. Файҙаһы һәм тәме буйынса йылҡы малынан бер ни менән дә ҡалышмай. Сауҙа вәкилдәре аша уны республиканың башҡа райондарына оҙатабыҙ. Ҡымыҙ эшләүселәр конкурсында беҙҙең эсемлек иң яҡшыһы тип танылды. Тиҙҙән ул Татарстанда күргәҙмәлә күрһәтеләсәк. Ҡыҙыл эремсекте йыш ҡына Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургҡакүстәнәс итеп заказ итәләр. Беҙҙә һәр внаҡыт һыйыр ите һатып алыусылар бар. Ул Өфөнөң иң яҡшы ресторандарына оҙатыла, - тип һөйләне Усман уңғаны.

Ғәлиев И.Ү. шәхси эшҡыуары һөт продукцияһының бөтә ассортиментын тиерлек етештерә: һөт, сыр, эремсек, ҡаймаҡ, кефир, ҡыҙыл эремсек һәм кондитер изделиелары. Һөт продукцияһы «Усман һыйыры»брендын ала. Шулай итеп, ир менән ҡатын бәләкәй генә ауылды данлай. Бөгөн Ғәлиевтар фермаһында 100-гә яҡын мал иҫәпләнә. Шуларҙың 48-е һауын һыйырҙары.

 Малсылыҡҡа – 35 гектар, сабынлыҡҡа – 12, көтөүлектәргә 8 гектар бүленгән. Көтөүлекте электр көтөүсеһе ышаныслы тәьмин итә. Фермала мал аҙығы оно етештереүсе үҙ тирмәндәре бар. Уртаса алғанда, көн һайын һауым 450-600 литр тәшкил итә. Әммә оҙайлы ямғырлы һауа торошонда хайуандар стресс кисерә, шуға күрә күләмдәре 300 литрға тиклем кәмене.

Өлкән балалары, Рушат һәм Азалия, ата-әсә йортонан ситтә инде. Ҡунаҡҡа ҡайтҡанда ярҙамға киләләр-сәсеү, йыйыштырыу, бесән сабыу ваҡыттарында. Ата – әсәһенең уң ҡулдары - 14 йәшлек  Иршат. Ул фермерлыҡ эҙенән барырға хыялланған берҙән-бер бала. Егет бөтә эште белә һәм барыһын да ихлас башҡара. Шулай уҡ Ғәлиевтарға малсы һәм һауынсы ярҙам итә. Ҡатыны, Алһыу Айрат ҡыҙы, фермерлыҡты магазин сауҙаһы менән бергә алып бара.

Фермала көн иртәнге сәғәт 4-тә һауын менән башлана.17.00 сәғәттә икенсе һауын. Тыңлаусан һигеҙ һыйыр һауыу залында бер-береһен алмаштыра. Процесс бер сәғәт самаһы дауам итә, һуңынан ентекле йыйыштырыу. Фермала эштәрен тамамлағас, Алһыу ял итергә ашыҡмай. Ул  кистәрен яратҡан хоббиһы менән шөғөлләнә заказ буйынса кондитер изделиелары әҙерләй. Ғәлиевтар төрлө күргәҙмәләрҙә даими ҡатнаша, уларҙың һөт продукцияһы һәм десерттары халыҡ араһында популяр һәм тиҙ тарала.

- Мин Салауат ҡалаһында тыуып үҫтем. Шуға ҡарамаҫтан, ауылда эшләү минең өсөн ғәҙәти. Беҙҙе, ҡала ҡыҙҙарын, игеҙәк ҡыҙҙарҙы, йыш ҡына ауылға инәйемә ебәрәләр ине. Диванда йәки эскәмйәлә ултырырға ваҡыт булманы. Ул: «Эшһеҙҙәр генә эскәмйәлә ултыра»,- ти торғайны. Унда беҙ һыйыр һауырға өйрәндек. Ураҡ, ҙур баҡсала эш, йылғала кер йыуыу – былар барыһы ла беҙҙең иңдә булды. Бөгөн мин трактор руле артына ла ултыра алам, - ти ферма хужабикәһе.

Ғәлиевтар хужалыҡты техник йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүлә, сөнки теләһә ҡайһы ваҡытта эшселәрҙең булмаҫҡа мөмкин булыуын аңлай. Ул саҡта үҙ көсөңә генә таянырға кәрәк, шуға күрә ир менән ҡатын үҙ эшен еңеләйтергә тырыша. Шулай уҡ бинаның майҙанын киңәйтеү – фермаға төкәтмә төҙөү планлаштырыла.

Миңнулла Хоҙайбирҙин, Ауырғазы мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры: - Районда 100-ҙән ашыу фермер хужалығы һәм ун ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эшләй. 2023 һәм 2024 йылдың беренсе ярты йыллығында 15 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм биш ауыл хужалығы етештерү кооперативы булдырыла. Әлеге ваҡытта барыһы ла табышлы һәм һөҙөмтәле эшләй. Һуңғы биш йылда райондың техника, ҡорамалдар һәм тоҡомло мал һатып алыу өсөн 62 миллион һумдан ашыу грант алды. Ғәлиевтарҙың хужалығыуңышлы эш миҫалы булып тора. Улар үҙҙәрен тотороҡло аграр продукция етештереүсе булараҡ күрһәтә. Көн һайын халыҡта танылыу тапҡан һөт һәм һөт ризыҡтары һатыла. Арзан хаҡ категорияһы арҡаһында уларҙың продукцияһы пенсионерҙар араһында юғары баһалана. Ғәлиевтар йәрминкәләрҙә, күргәҙмәләрҙә даими ҡатнаша. Улар үҙҙәренең продукцияһын «Агрокомплекс»халыҡ-ара күргәҙмәһендә тәҡдим итте. Бөгөн "Усман һыйыры" - бөтә республикала танылған бренд.
"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
"Агростартап" программаһы Башҡортостан фермерына шәхси брендын асырға ярҙам итте
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас