Общие статьи
30 Августа 2024, 06:31

Башҡортостанда республика буйлап юл күрһәтеүсе белешмә әҙерләнгән

Башҡортостанда иң популяр урындар буйынса юл күрһәтеүсе белешмә барлыҡҡа килде. Уны республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетында Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата әҙерләгәндәр.

Башҡортостанда республика буйлап юл күрһәтеүсе белешмә әҙерләнгәнБашҡортостанда республика буйлап юл күрһәтеүсе белешмә әҙерләнгән
Башҡортостанда республика буйлап юл күрһәтеүсе белешмә әҙерләнгән

Туристар, ҡунаҡтар һәм төбәк халҡы ошо электрон белешмә ярҙамында виртуаль экскурсия яһай, Өфөнөң һәм республиканың тарихы, мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары менән таныша ала.

Йыйынтыҡҡа туристар өсөн яңы асылған урындар ҙа:

* ЮНЕСКО-ның «Янғантау» глобаль геопаркындағы «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркы
* Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейының сәфәр -үҙәге индерелгән

Белешмә туристар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ — республикаға эш буйынса йәки сәйәхәт итергә килеүселәр ҙә көнүҙәк мәғлүмәт менән таныша ала.

«Башҡортостан Республикаһы буйынса юл күрһәтеүсе белешмә»не Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының рәсми сайтынан күсереп алырға мөмкин: https://unescorb.ru/tpost/bxj654j411-putevoditel-po-r..

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас