Рух
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Август , 23:03

Ауыл халҡының һаулығын земство фельдшеры һаҡлай

 Йәш табип Елена Петрова алты йыл Нуғаҙаҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып эшләй. Медицина колледжын тамамлағандан һуң тыуған яҡтарына ҡайта. Августа ҡыҙ «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса компенсация түләүен - 500 мең һум алды. Был аҡсаны фельдшер үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтә.

Ауыл халҡының һаулығын земство фельдшеры һаҡлай
Ауыл халҡының һаулығын земство фельдшеры һаҡлай

Нуғаҙаҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты өс ауылды хеҙмәтләндерә: Татар Нуғаҙағы, Сыуаш Нуғаҙағы, Нуғаҙаҡ, уларҙа 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Халыҡтың төп өлөшө-хроник сирле оло йәштәге кешеләр. Ауыл табиптарына «Телемедицина» программаһы ярҙам итә. Видеоэлемтә аша урындағы пациенттарға үҙәк район дауаханаһы табиптары консультация бирә. Ябай осраҡтарҙа дауалауҙы фельдшер үҙе тәғәйенләй.

 

Елена Петрова һәм акушер Ираида Виноградова ауырыуҙарҙы ҡабул итә, саҡырыуға бара, табиптарҙың тәғәйенләүҙәрен үтәй, календарь планы буйынса халыҡты вакцинациялай.

 Еленаның һөнәрен һайлауына уның бала саҡ тәьҫораттары йоғонто яһай. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны олатаһы Николайға доктор килеүен хәтерләй. Олатаһы 18 йәшлек малай булып һуғышҡа китә, бик күп яралар ала һәм, әгәр аҡ халатлы кешеләрҙең ярҙамы булмаһа, 88 йәшенә тиклем йәшәмәҫ ине. Шулай итеп, ҡыҙҙа кешеләргә ярҙам итеү теләге тыуа. Елена бында йәшәүселәрҙең ябай матурлығын ярата. Уның ауылы эш урынынан 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Һәм ул эшкә йәйәү бара һәм ҡайта. Уның коллегалары велосипедта йөрөй, һәм ҡыҙ ҙа уны һатып алыу тураһында уйлай, әммә йәйәү йөрөүҙе лә ярата, ул энергия өҫтәй. Табиптың буш ваҡыты бик һирәк була. Әгәр ул килеп сыҡһа, ғаиләһенә, яҡындарына, дуҫтарына, сәйәхәттәренә бағышлай. Аш-һыу әҙерләргә, сигергә һәм китап уҡырға ярата.

Уларҙың буш ваҡыттары һирәк була. Шундай сатарҙы ул ғаиләһенә, дуҫтарына, яҡындарына бағышлай. Тәмле итеп бешеренергә, китап уҡырға ярата.

Нурия Вәлиева, Ауырғазы үҙәк район дауаханаһының ойоштороу-методик бүлеге мөдире:    - «Ауыл фельдшеры» программаһы ауыл табиптарына дәүләт ярҙамын күҙ уңында тота. Йәш кадрҙарҙы ауылда нығытырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа программала дүрт белгес ҡатнаша. Башлыса ауырғазылар. Елена Алексеевна үҙен тырыш, квалификациялы, инициативалы медицина хеҙмәткәре булараҡ күрһәтте, халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара, ФАП-тың матди-техник базаһы мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Бер нисә тапҡыр үҙәк район дауаханаһы хакимиәтенең почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ауылдарҙа табиптар етешмәү – комплекслы хәл ителергә тейешле проблема. «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итергә тейеш. Бынан тыш, республика башлығы ауылға медицина кадрҙарын йәлеп итеү – муниципалитет башлыҡтарының бурысы, тип билдәләне. Ауырғазы районында ла ошондай эш алып барыла. Ауырғазы районы башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө һәм Стәрлетамаҡ медицина колледждары студенттары менән осрашыуҙар үткәрә.
Ауыл халҡының һаулығын земство фельдшеры һаҡлай
Ауыл халҡының һаулығын земство фельдшеры һаҡлай
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: