Рух
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Август , 23:39

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ауырғазыларҙың туризм проекттары менән таныштылар

Ҡайһы берҙәре әле әҙерлек стадияһында, башҡалары идея этабында.  

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ауырғазыларҙың туризм проекттары менән таныштылар
Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ауырғазыларҙың туризм проекттары менән таныштылар
Башҡортостан Башлығы вазифаһында эшләй башлағандан алып Радий Хәбиров эске туризмды үҫтереүҙе өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе, тип билдәләне. Бөгөн ул перспективалы йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса субсидиялар һәм гранттар, һалым ташламалары һәм йомшартыуҙар системаһы төҙөлдө.

Район эшҡыуарҙары был өлкәгә ысын ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Улар үҙҙәренең бизнес-пландарын район хакимиәтендә аҙна һайын уҙғарылған эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә тәҡдим итә. Бөгөн туристик йүнәлешле дүрт проект әҙерләнә. Икеһе -грантты рәсмиләштереү стадияһында. Уларҙың береһе 10,5 миллион һумлыҡ ҙур грантҡа заявка бирә.

Сыбайтал ауылы быуаһы янында туристик база төҙөү буйынса күләмле бизнес-проектты Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Инвестиция сәғәтендә ҡарауға заявка бирелгән. Инвестициялар суммаһы 15 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. «Йомаш» быуаһы янында глэмпингтар  һәм Кәбәс ауыл советы биләмәһендә балалар патриотик лагеры булдырыу эше бара. Инициация стадияһында Исмәғил ауылындағы ял базаһы. Проект авторы А-фрейм тибындағы тиҙ төҙөлә торған конструкцияларҙы, мунса-купелдәрҙе, мангаль зоналарҙы, балалар майҙансыҡтарын урынлаштырырға, шулай уҡ квадроциклдарҙа, спидвейҙарҙа «Вертолет мәмерйәһе»объектына, яҡын-тирәләге таулы һуҡмаҡтар буйлап маршруттар ойошторорға ниәтләй.

Талбазы эшҡыуары Ишле ауылында этнотуризмды үҫтереү идеяһын тәҡдим итте. Туҡай ауыл биләмәһендә йәшәүсе этноауыл төҙөү идеяһы менән илһамланды. Проект үҙ эсенә алпауыт усадьбаларын төҙөүҙе, Андреевка ауылындағы үҙенең тарихы менән билдәле ғибәҙәтханаға экскурсияларҙы ала.

Эшлекле ауырғазыларҙың идеялары һәм пландары күп. Тимәк, тиҙҙән туристик урындар артасаҡ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, район биләмәһендә Исмәғил ауылында берҙән-бер «Күл» ял базаһы эшләй.

Айгөл Шакирова, райондың бизнес-шерифы: - Урындағы һәм республика масштабындағы күп кенә күмәк һәм мәҙәни саралар һабантуй яланында үтә, мәҫәлән, «Һабантуй», «Уяв», «Табын фест» һәм башҡалар. Былар барыһы ла ваҡиғалы туризмға ҡағыла. Сөнки байрам булған ерҙә ҡунаҡтар ҙа була. Һабантуй майҙансығын төҙөкләндереү ҙә дауам итәсәк. Шул иҫәптән, эшҡыуарҙар проекттары ярҙамында. Был мәсьәлә район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов контролендә. Бында күл зонаһын тәртипкә килтерергә, матур локациялар булдырырға кәрәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ер участкаларын ҡайтанан рәсмиләштереүҙә ҡыйынлыҡтар эшҡыуарҙарҙың күп ваҡытын һәм көсөн ала. Был районда, нигеҙҙә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр булыуы менән бәйле, шуға күрә ерҙәрҙе күсереү процедураһын үтеү талап ителә
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: