Рух
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Август , 17:45

Яраланыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға «Башкорт аты» фестиваленә барыу өсөн ҡамасауламай

 «Республика Башкортостан» гәзите журналистары «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән танышты. Ул яраланғандан һуң өйөндә реабилитация үтә.

Яраланыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға «Башкорт аты» фестиваленә барыу өсөн ҡамасауламай
Яраланыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға «Башкорт аты» фестиваленә барыу өсөн ҡамасауламай

Монасип ауылынан «Малой» позывнойлы хәрби былтыр декабрҙә контрактҡа ҡул ҡуйған. Пулеметсы булып хеҙмәт итә, хәрби операцияға тиклем Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булған

Уның ауылдаштары, балалары һәм .ейәндәре булған, күбеһе илле йәштән өлкәндәр, хеҙмәт итергә киткәндә ул өйҙә ҡалыуҙан оялып, контрактҡа ҡул ҡуя. 38 йәшенә уның үҙ ғаиләһе булмай. Бер нәмә лә контрактҡа ҡул ҡуйырға ҡамасауламай, һәм ул ҡарар итә. Шулай итеп, төҙөүсе хәрби хеҙмәткәр булып китә. Хеҙмәт итеү осоронда «Малой» ике тапҡыр яралана.

Беренсе тапҡыр ҡағылып үткән ярсыҡтарҙан яралана, контузия ала. Дауаланғандан һуң кире хәрби хеҙмәткә ҡайта. Икенсе тапҡыр ауыр яралана: кассеталы боеприпас ярсыҡтары уң аяғына эләгә, хәҙер Елизарьев аппараты ҡуйылған. Әммә һуңынан, аяҡҡа баҫҡас, тағы ла иптәштәрем янына ҡайтасаҡмын, - тип һөйләне «Малой».

«Башҡорт аты» фестиваленә ул ағаһының ғаиләһе менән килгән.

 - Бала саҡтан аттар яратам, башҡорт тоҡомло дүрт атым бар. Улар иң яҡшылары! Фестивалдә бик ҡыҙыҡлы, төрлө программа, ат сабыштарын һәм көрәште ҡарарға теләйем, - тип һөйләй яугир.

Фото: Ильгиз Рафиков.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: