Рух
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Август , 22:32

Ауырғазы районында һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша

 Ауырғазы һәм Ғафури райондарының 20-гә яҡын тораҡ пунктын туҡландырыусы яңыртылған һыу үткәргестең күптән көтөлгән сафҡа индерелеү мәле яҡынлаша. Эштәр 98 процентҡа тамамланған. 45,9 километр яңы магистраль һыу үткәргес селтәре файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Ауырғазы районында һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша
Ауырғазы районында һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша

 Төркөмлө һыу үткәргес төҙөлөшө 2023 йылдың ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башланды.Ул был мәсьәләне үҙ контроленә алды. Районға эш сәфәрҙәренең береһендә халыҡ уға һыу менән тәьмин итеүҙең ҡатмарлылығы тураһында һөйләне.

– Сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү – ауылдарҙы социаль үҫтереүҙә төп өҫтөнлөктәрҙең береһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул саҡта Радий Фәрит улы.

 Төбәк етәксеһе 2023 йылдың майында төҙөлөш майҙансығында булды һәм реконструкция барышын контролдә тотто.

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1978 йылда «Башнефть»акционерҙар нефть компанияһы төҙөгән иҫке һыу үткәргес ныҡ туҙған һәм уның арҡаһында баҫым көсө кәмегән. Сығарылған һыуҙың 50 проценттан ашыуы ауыл халҡына барып етмәй. Яңы төркөмлө һыу үткәргесен төҙөү бындай мөһим мәсьәләне хәл итеүҙең кардиналь ысулы булып тора.

Подрядсы «БИЛД» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән контракт суммаһы 417 миллион һум тәшкил итә. Шуның 208,5 миллион һумы – «Ауырғазы-һыу каналы»ның Милли именлек фонды аша маҡсатлы займы. Ҡалған 208,5 миллион һумды республика бирҙе.

Иҫке ҡорос торбалар урынына минималь хеҙмәт итеү ваҡыты 50 йыл булған пластик торбалар ҡуйыла. Бөгөнгө көнгә «Аҡкүл» станцияһында тимер юл аҫтындағы бер үткәүелдән башҡа бөтә участкалар ҙа төҙөлгән. Был 500 метрлыҡ участкала эштәр «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеү булырға тейешлеге арҡаһында паузала тора. Ошо көндәрҙә күптән көтөлгән документ ҡабул ителде һәм реконструкция яңынан башланасаҡ. Август аҙағына подрядсы объектты төҙөп бөтөргә тейеш. Артабан «Водоканал»  көсө менән район хакимиәте менән берлектә тораҡ пункттарҙы һыу үткәргескә тоташтырыу буйынса эштәр башлана. Оҙонлоғо ҙур, шуға күрә сафҡа индереү эштәре октябрь аҙағына тамамланасаҡ.

Реконструкцияның икенсе этабын әҙерләү планлаштырыла, ул үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:

  • эсеү һәм хужалыҡ файҙаланыуы өсөн ер аҫты һыуҙары запастарын разведкалау һәм баһалау;
  • Көйәҙебаш ауылынан Болотино ауылына тиклем 49 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргес селтәрен проектлау һәм төҙөү;
  • 12 тораҡ пунктта һыу ҡыуҙырыу башнялары төҙөү.

Радий Хәбиров хөкүмәткә проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Рафаэль Ғәтиәтуллин, «Ауырғазы-Водоканалы» муниципаль унитар предпериятиеһы директоры – Бер нисә сәбәп буйынса алдан билдәләнгән ваҡыттан ҡалышабыҙ – ҙур эш күләме, коммуникациялар, атап әйткәндә, тимер юл менән киҫешкән ерҙәр ауырлыҡ тыуҙыра. Хәҙер бөтә көстәр ҙә беренсе этапты тамамлауға йүнәлтелгән, был һыу менән тәьмин итеү сифатын һәм, тимәк, халыҡтың тормошон яҡшыртасаҡ.
Ауырғазы районында һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша
Ауырғазы районында һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша
Ауырғазы районында һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша
Ауырғазы районында һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша
Ауырғазы районында һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша
Ауырғазы районында һыу үткәргес төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша
Автор:
Читайте нас: