Ҡадировтарҙың тәүге теплицалары 2007 йылда Кәлсербуран ауылында ҡуйыла. Унда баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплайҙар. Күп йылдар буйына помидор, ҡыяр һәм кәбеҫтә үҫтерәләр. Даими клиенттар-күмәртәселәр барлыҡҡа килә, һәм ваҡлап һатыу ҙа ҙур һорау менән файҙалана.
Ваҡыт үтеү менән улар ғаилә бизнесын киңәйтергә ҡарар итә. 2020 йылда «Ғаилә фермаһы» грантына конкурста ҡатнашыуға документтар тапшырҙылар һәм еңеү яуланылар. Конкурстың шарттары буйынса, планлаштырылғанды тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле дөйөм сумманың 60 процентын дәүләт ярҙамы тәшкил итә. Ҡалған 40% - үҙ аҡсалары. Участокты рәсмиләштереү, Кешәнле ауылының көнбайышында теплицалар ҡуйыу буйынса ҡыҙыу эш башлана.
Бында барыһы ла автоматлаштырылған: тамсылап һыу, ашлама менән һуғарыу системалары ҡуйылған. Һыу ике юл менән килә: үҙәкләштерелгән системанан, тик унда татырлы булғас, йомшартырға кәрәк. Ә күлдән алынғаны йомшаҡ, йәшелсәләр өсөн бик ҡулай. Теплицалар газ менән йылытыла. Шулай уҡ бында автоматик елләтеү мөмкинлектәре ҡояш нурҙарынан һаҡлағыс сеткалар ҙа бар. Баҡтиһәң, помидорҙары һыуыҡты ғына түгел, артыҡ эҫене лә яратмай.
Хәҙер дөйөм майҙаны 9 мең квадрат метрлыҡ өс теплицала «Мануза»сорты помидорҙар үҫтерелә.
- Йыл һайын орлоҡтарҙы бер һатыусынан ғына һатып алабыҙ. 15 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса рассадаға сәсәбеҙ, - тип һөйләй крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Лариса Илдар ҡыҙы. - Быйыл яҙ теплицаны һыу баҫты, үҫентеләр һалҡын һыу эсендә ҡалып ауырыны. Шуға ҡарамаҫтан, уңыш бик яҡшы, бер томат килограмм самаһы, хатта унан да ауырыраҡ килә. Һәр квадрат метрҙан ун килограмдан ашыу йәшелсә йыйып алабыҙ. Бөгөнгө көнгә барлығы 90 тоннанан ашыу йыйылды.