Районда «ҡанатлы пехота»ла хеҙмәт иткән 65 ир-ат йәшәй. Уларҙың һәр береһе, олоһо ла, кесеһе лә, иҫтәлекле урын булдырыуға үҙ өлөшөн индерә. Был яҡташтарҙың көсөн, бәләкәй ватанға һөйөүен, быуындарҙың үҙ-ара килешеп йәшәүен күрһәтә. 2019 йылда уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районының Сайран ауылына сәфәре барышында «Атайсал»проекты идеяһын тәҡдим итте. Проекттың ниәте-төрлө хәйриә программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн фекерҙәштәр, тыуған ауылдарының тормошона битараф булмаған кешеләрҙе берләштереү.
Шул саҡта Радий Хәбиров:
Ауырғазы десантсыларының берҙәм булып, ошо эште ойоштороуы – быға сағыу миҫал.
Мемориаль комплекс матур, ул Дан аллеяһына айырым төҫ биреп тора. Уны төҙөү 700 мең һумға төшә.Техниканы Рәфил Миңлехәзи улы бирә. Һәр бер десантсы иғәнә бирә. Бер кем дә ситтә ҡалмаған.
«Атайсал» проекты, махсус хәрби операция башланыу менән, яугирҙарыбыҙға алғы һыҙыҡта ярҙам итергә теләүселәрҙе йыйыу урыны булып китә. Улар араһында, әлбиттә, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ла бар. Ҙур эштәргә ярҙам ҡулы һуҙып, ярҙамға килергә әҙер, әүҙем ир-егеттәргә төрлө грамоталар тапшырылды.