Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Август 2024, 23:43

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм " программаһы буйынса пенсионер-волонтерҙар Бөрө ҡалаһында булып ҡайтты.

Биш йыл элек үҙ эшен башлағанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәлде киҫкен тип атаны. Бөгөн туризм үҫешә. Быға төбәк етәксеһе ярҙамында булдырылған программалар булышлыҡ итә. Уларҙың береһе - »Башҡорт оҙон ғүмерлелеге". 2020 йылдың октябренән проекттың туристик йүнәлеше өлкән быуын кешеләренә бөтә Башҡортостан һәм Беларусь республикаһы буйлап экскурсиялар яһау мөмкинлеген бирә. Ауырғазы районы пенсионерҙары программала әүҙем ҡатнаша-республиканың баш ҡалаһына, «Торатау» геопаркына, Ғафури районына барҙы, Белоруссияға осто. Бөрө ҡалаһы маршруты бик оҡшаны.

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм " программаһы буйынса пенсионер-волонтерҙар Бөрө ҡалаһында булып ҡайтты.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм " программаһы буйынса пенсионер-волонтерҙар Бөрө ҡалаһында булып ҡайтты.

Боронғо сауҙагәр ҡалаһына сираттағы тур үҙенсәлекле булды - ул СВО өсөн маскировка селтәрҙәре эшләү менән шөғөлләнгән ветерандар өсөн ойошторолдо. Бындай башланғыс менән райондың ветерандар Советы рәйесе Риф Рафиҡов сығыш яһаны.

Был сәфәр – битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың көндәлек хеҙмәте өсөн рәхмәт. Сөнки «Алтын йәш» клубы ирекмәндәре махсус операцияның тәүге көндәренән үк маскировка селтәрҙәре бәйләй, яугир-яҡташтар өсөн окоп шәмдәре эшләй. Ямғырлы һауа торошона ҡарамаҫтан, ауырғазылар бик күп онотолмаҫлыҡ хистәр кисерҙе. Уникаль ҡала урамдары буйлап күҙәтеү экскурсияһы үтте, Бөрө тарихи музейында, «Соколок» патриотик паркында, «Сауҙагәр Чирков Кибете» интерактив музейында, Михайло-Архангельский ғибәҙәтханаһында булды. Көмөш ирекмәндәр экскурсия турынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Сажиҙә Низамова, "Алтын йәш" клубы рәйесе:

  • Өйҙәребеҙгә сәйәхәт тәьҫораттары аҫтында ҡайттыҡ. Ял көндәренән һуң яңы көстәр менән селтәрҙәр үреүгә тотонабыҙ. Район хакимиәтенә, ветерандар Советы рәйесенә, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәренә – директор Рита Мәжитоваға һәм экскурсовод Әлфир Рәхмәтуллинға тур ойошторғандары, Бөрө ҡалаһының иҫтәлекле урындары хаҡында һөйләгән гид Константинға ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр биргәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Медицина хеҙмәткәре Розалия Расаеваға оҙатып йөрөүе өсөн рәхмәт. Бөрөгә һәм кире ҡайтҡанда беҙ элекке замандың шаян йырҙарын йырланыҡ. Был бик шәп, ветерандар ҡартаймай!

Зәмирә Хөсәйенова, китапхана эше ветераны:

– Бөрөнөң тарихи иҫтәлекле урындарына ҙур теләк менән барҙыҡ, ҡалала һәм уның тирә-яғында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте, сауҙагәрҙәр көнкүреше йолалары менән таныштыҡ. Шулай уҡ Башҡортостанда рус батшаһы Александр I килгән берҙән-бер ғибәҙәт ҡоролмаһы булған Архангел Михаил Соборының гүзәллегенән ләззәт алырға өлгөрҙөк.

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм өлкән быуын кешеләренә тыуған яҡтарына яңыса ҡарарға һәм сағыу эмоциялар алырға мөмкинлек бирә. Проектта ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә кәрәк: https://долголетие.соцтуризмрб.рф һәм киләһе турға яҙылырға. Әгәр сайтта теркәлгәндә һорауҙар тыуһа, Ауырғазы тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейына 8(347)45-2-17-78 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм " программаһы буйынса пенсионер-волонтерҙар Бөрө ҡалаһында булып ҡайтты.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм " программаһы буйынса пенсионер-волонтерҙар Бөрө ҡалаһында булып ҡайтты.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм " программаһы буйынса пенсионер-волонтерҙар Бөрө ҡалаһында булып ҡайтты.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: