Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Май , 23:26

Төрөмбәттәр батыр яугир менән хушлашты

Бөгөн Төрөмбәт ауылында батыр, иленең ысын патриоты, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Денис Иҫәнбаевты һуңғы юлға оҙаттылар.

Төрөмбәттәр батыр яугир менән хушлашты
Төрөмбәттәр батыр яугир менән хушлашты

Уны көслө, ҡыйыу, яуаплы һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер кеше булды, тиҙәр. Эске эштәр министрлығын тамамлап, участковый булып та эшләй, Ҡырымды азат итеүҙә лә ҡатнаша. Денис Фәнил улы 28 апрелдә хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк була. 

Яугирҙың ҡатыны, улы ҡалды. Батырлығы, үҙ-үҙен аямай хәрби бурысын үтәгәне өсөн Денис Иҫәнбаев һәләк булғандан һуң Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары менән наградланды. Уларҙы бөгөн ҡатынына тапшырҙылар.

Ғаиләһенең, әсәһе Дилара Иҙрис ҡыҙының һәм атаһы Фәнил Сәхи улының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ! Мәрхүмдең йәне йәннәттә, ауыр тупраҡтары еңел булһын!

Батырға мәңгелек дан!

Төрөмбәттәр батыр яугир менән хушлашты
Төрөмбәттәр батыр яугир менән хушлашты
Төрөмбәттәр батыр яугир менән хушлашты
Төрөмбәттәр батыр яугир менән хушлашты
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: