Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май 2024, 23:19

Талбазыла - Еңеү парады!

Бөгөн илебеҙҙең төрлө ҡалаларында Еңеүгә арналған саралар үтте. Талбазыла ла Еңеү парады, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре һөйкәлдәренә сәскәләр һалыу, һалдат бутҡаһы тәмләү, байрам концерты ойошторолдо. 

Талбазыла - Еңеү парады!
Талбазыла - Еңеү парады!


Еңеүҙең 79 йыллығына арналған саралар «Ауырғазыларға - Ватанды һаҡлаусы һәм тыл эшсәндәренә» мемориал-обелискыһына сәскәләр һалыуҙан башланды.

Еңеү Парадында ретро-автомобилдәр, мотоциклдар колоннаһы үтте. Төрлө балалар патриотик ойошмалары, локаль һуғыш ветерандары, спортсылар, һ.б. ҡатнашты. Күптәр үҙҙәренең олатай-өләсәйҙәренең, яҡындарының портреттарын тотоп йөрөнө. 

Ҡотлау һүҙе менән район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов, Хәрби комиссариаттан Фәйрүз Ғимадиев сығыш яһаны.

Бөгөнгө көндә районда ике ветеран иҫән - Талбазы ауылынан Шәриф Мөсәғитов һәм Шеверле ауылынан Петр Алексеев. Улар һуғыш тураһында күргәндәре менән уртаҡлаша ала, уларҙан халҡыбыҙҙың батырлығы тураһында беләбеҙ. 

Әлеге мәлдә районыбыҙҙың күп ир-егеттәре тыныслыҡ өсөн көрәшә. Уларҙың Еңеү менән, имен ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Талбазыла - Еңеү парады!
Талбазыла - Еңеү парады!
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас