Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май , 15:27

ТАРИХ – СИКҺЕҘ ДАРЬЯ БИТ УЛ, - ТИ НИЛ ЗАКИР УЛЫ.

Бөгөн Мораҙым ауылында тыуып үҫеп, әле Михайловкала йәшәүсе Нил Закир улы Ҡудашев күркәм юбилейын – 65 йәшен  билдәләй.

ТАРИХ – СИКҺЕҘ ДАРЬЯ БИТ УЛ, - ТИ НИЛ ЗАКИР УЛЫ.
ТАРИХ – СИКҺЕҘ ДАРЬЯ БИТ УЛ, - ТИ НИЛ ЗАКИР УЛЫ.

Ул  1959 йылдың 7 майында тыуған. Мораҙым ауылы мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтында физика-математика факультетында белем ала һәм Михайловка мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 1985 йылда директор итеп тәғәйенләнә.  1988-1990 йылдарҙа Чапаев исемендәге колхозда партком секретаре, Михайловка ауыл Советы рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара. Артабан мәктәптә педагогик эшен дауам итә. «Йыл уҡытыусыһы -94» район конкурсында икенсе урын яулай, «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отичнигы» исеменә лайыҡ була.

2005 йылдан алып 2020 йылға тиклем Михайловка ауыл Советы хакимиәте башлығы булып эшләй.

Уңышлы эше һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы, район советы һәм мәғариф бүлегенең почет грамоталары, төрлө Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Муниципаль һәм педагогик хеҙмәт ветераны Нил Ҡудашев хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғының тарихын ныҡлап өйрәнә башлай. Ул Бөйөк Ватан, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарының, казактарҙың тиҫтәләгән исемен асыҡлай. Бының өсөн төрлө сығанаҡтарҙы өйрәнә, архив материалдарында арымай-талмай соҡона. Үҙе әйтеүенсә, мауыҡтырғыс шөғөл уның өсөн. Әлбиттә, файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.

  • Тарих – сикһеҙ дарья бит ул, - ти Нил Закир улы. – 25 йыл физика-математика уҡыттым, тарихҡа ҡағылышы ла юҡ кеүек, тик ҡыҙыҡһыныу бар ине. Марат Баязит улы башланғыс бирҙе, тиһәң дә була. Райондың 75 йыллығына ҡарата материалдар әҙерләргә кәрәк ине. Шул ваҡыттан шөғөлөмә әйләнде. Мин һунарсы үҙ табышын эләктергәс, ниндәй ҡәнәғәтләнеү кисерә, шуның кеүек, ниндәйҙер яңы мәғлүмәткә юлыҡһам, шатланып, мауығып китәм. Бына әле ошо көндәрҙә бер асыш булды. Күсәрбай ауылында Аҡсулпанов фамилиялы дворяндар булған. Улар беҙҙең район менән бәйле. Батша армияһының подполковнигы Шаһихәйҙәр Аҡсулпанов Зәки Вәлидиҙең башҡорт армияһын төҙөүҙә ҡатнашҡан. 20-се йылдарҙа 52 йәш булған, шунан ул юғалған. Артабанғы яҙмышы тураһында төрлө фараздар уйларға ғына ҡала. Бер документ килеп сыҡты, унда әйтелеүенсә, Өршәк-мең волосында поместьеһы булған. Бер-ике йыл элек карта таптым, унда беҙҙең райондың Сулпан ауылы (Солтанморат ауыл Советы) күрһәтелгән. Унда, ысынлап та, бер полковник йәшәгән. Хатта ул колхоз ойоштороп йөрөгән. Шунда ерләнгән, урыны билдәле түгел. Ике ҡыҙы Мәскәүгә күсеп киткән, ҡатыны поляк милләтенән булған. Хәйҙәр тауы бар,шунда уның ерҙәре, етмеш дисәтинә ерҙә ылыҫ урманы булған. Ошо мәғлүмәттәрҙе ныҡлап тикшерергә теләгем бар, архивта ултырырға кәрәк.

Ауылдашы, Башҡортостандың беренсе осоусыһы Ғәли Мөхәмәтйән улы Ишмырҙиндың биографияһына ҡағылышлы яңы архив материалдарын асыҡлай.  Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» студияһы ла билдәле яҡташыбыҙ тураһында документаль фильм төшөрә.

 Тыуған яғының илһөйәре урындағы топонимика тураһында ла ҙур материал туплаған һәм картала тейешле билдәләр ҡуйған.

Нил Закир улын оҫта шахматсы булараҡ та беләләр. Ул мөмкин тиклем район-ара һәм республика ярыштарынан ситтә ҡалмай. Ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә еңеп, урындар яулап ҡайта.  Әле һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, 2023 йылда ветерандар араһында ойошторолған ике республика ярышында беренсе урынды яуланы. Быйыл иһә Әлшәй районына саҡырылар, унда ла бер ярышта – беренсе, икенсеһендә өсөнсө урынды яулай.

Һәр эшләгән урынында үҙен һөҙөмтәле эшләүсе, төрлө ҡатмарлы һорауҙарҙы ла яуаплылыҡ менән башҡарып сығыусы етәксе итеп күрһәтә. Ул ауыл Советы хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа тыуған ауылы Мораҙымда ауыл табип амбулаторияһы, спорт залы булған социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә, мәктәп яңыртыла, һыу менән тәьмин итеү системаһы (Михайловка ауылында ла) булдырыла. Газ үткәреү, асфальт түшәү, ауылды башҡа төрлө төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Иҫке Мораҙым, Яңы Мораҙым, Михайловка, Николаевка, Ҡушкүл ауылдарының зыяраттары тимер кәртә менән уратып алына. «Һалҡын шишмә»лә һыу инеү урыны булдырылған.

Әлбиттә, тарихи эштәр ҙә ситтә ҡалмай. Ауыл советына ҡараған ауылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлдәр ҡуйыла, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Ул төрлө архив материалдары менән тулыланып тора, сөнки эҙләнеү эштәре дауам итә, ауылдаштарының исемдәре, яу юлдары асыҡлана.

Ауылдың тарихына, билдәле кешеләренә арналған «Мораҙым – меркет-меңдәр төйәге» тип аталған бай мәғлүмәтле китап баҫтырылған. Шулай уҡ ауылды нигеҙләүсе М.Сәйетмәмбәтов зыяратына ҡәбер ташы ҡуйып, аллея ултыртыла. Ғ.Ишмырҙиндың ауылдағы һәйкәленән тыш, Өфө ҡалаһындағы Сергиев зыяратындағы ҡәбере лә төҙөкләндерелә. Арҙаҡлы яҡташтары иҫтәлегенә көрәш турнирҙары ойошторолоп тора.

2001 йылда мәсет төҙөлә. Әйтергә кәрәк, унда йөрөүселәр бихисап.

Нил Закир улы тарихи материалдарын район гәзите биттәрендә лә әленән-әле баҫтырып тора. Шулай уҡ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йөҙҙән артыҡ мәҡәләһе ҡуйылған.

Мең ырыуы советы, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы ла. Ул эшһөйәр, намыҫлы, үҙенең эштәре менән ауылдаштары, райондаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған шәхес, өлгөлө ғаилә башлығы ла.

Ҡатыны Олия Мулланур ҡыҙы уҡытыусы, күпмелер ваҡыт мәктәп директоры булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ул да тик тормай, район Мәҙәниәт һарайындағы “Балҡыш” ансамленә йөрөй, хорҙа ҡатнаша, яңғыҙ ҙа (соло) йырлай. Төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһайҙар.

Ҡудашевтар ғаиләһендә өс бала – ике ул һәм бер ҡыҙ. Барыһы ла юғары белемле. Ҡыҙҙары Әлфиә Талбазы ауылының 1-се һанлы балалар баҡсаһы мөдире. Ике улы – Рәшит менән Морат - Өфөлә йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәре лә шатландырып үҫеп килә, олатай-өләсәйҙең ғорурлығы ла улар.

Хөрмәтле Нил Закир улын күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ тормош алып барған, әһәмиәтле эштәр башҡарған уҙаманға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, имен ғаилә тормошо, күп шатлыҡтар юлдаш булһын! Һеҙгә тағы ла яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға яҙһын! Хөрмәттә-ихтирамда йәшәгеҙ!

ТАРИХ – СИКҺЕҘ ДАРЬЯ БИТ УЛ, - ТИ НИЛ ЗАКИР УЛЫ.
ТАРИХ – СИКҺЕҘ ДАРЬЯ БИТ УЛ, - ТИ НИЛ ЗАКИР УЛЫ.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: