Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Апрель , 22:43

Сибай редакцияһы коллективы ырымбурҙарға ярҙам күрһәтте

Орскийҙа хәлдәр яҡшынан түгел, тип яҙа «Атайсал» гәзите үҙенең сайтында.

Сибай редакцияһы коллективы ырымбурҙарға ярҙам күрһәтте
Сибай редакцияһы коллективы ырымбурҙарға ярҙам күрһәтте

Сибай мәғлүмәт үҙәге коллективы Орск ҡалаһында һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә гуманитар ярҙамды үҙҙәре алып барып тапшыра: һыу, икмәк, консервалар, башҡа аҙыҡ-түлек, өҫ һәм аяҡ кейеме. Орскийҙың үҙендәге ярҙам ҡабул итеү пунтынан журналистарҙы 40 саҡрым алыҫлыҡтағы иҫке ҡалаға ебәрәләр. Унда дамба йырылып, өйҙәрҙе баҫҡан. Делегация спорт мәктәбенә килә. Бында кешеләргә гуманитар ярҙамды өләшәләр.

Бында 38 тренер, 280 тәрбиәләнеүсе һәм ата-әсәләр мәшғүл.  

Бәләгә тарыусылар араһында төрлө милләт вәкилдәре бар: рустар, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, сиғандар. Төрлө-төрлө кешеләр бер урында әлегә көн итә. Улар йәшәгән мәктәптәрҙә уҡытыу дистанцион алып барыла.

Әлеге көнгә 150-нән ашыу кеше мәктәптәрҙә урынлашҡан ваҡытлыса тораҡ пункттарҙа ҡала. Улар араһында күбеһе ололар, ғәриптәр.

Сибайҙар әйтеүенсә, ҡалаға ярҙам тәүлек әйләнәһенә килә. Силәбенән дүрт фура менән, шулай уҡ Ырымбур өлкәһе, орскийҙар машина багажнигында йәки тағылмаларҙа кәрәкле әйберҙәр килтерә.

Урындағы халыҡ үткән быуаттың 50-се йылдарындағы һыу баҫыуын хәтерләй, ҡаланы тулыһынса күмеп китә, кешеләр башняла йәшәй, икмәк-һыуҙы вертолет менән төшөрәләр. Был хәл ҡабатланыр тип бер кем дә уйламаған.

Ошондай хәлдә лә тик байығыу тураһында уйлағандар ҙа табылған. Мародерҙар емерелгән өйҙәрҙән үҙҙәренә кәрәк-яраҡ ташыуҙан да тартынмайҙар. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр өйҙәренең ҡыйығында дежурҙа торалар.

Урал йылғаһы кимәле күтәрелеүен дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт ғәрәсәте кеше ҡорбандарына килтергән.

Ҡала урамдарында һыу әле лә китмәгән: күп кенә йорттарҙың ҡыйыҡтары ғына күренеп ултыра, трамвай йөрөгән тимер юлдар йыуылған.

Әйтергә кәрәк, үткән дүшәмбелә хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы күрше өлкәгә кәркәле ярҙам күрһәтергә йөкләмә бирҙе. Республиканан Ырымбурға 80 тоннанан артығыраҡ эсер һыу, 3 меңдән артыҡ гигиена саралары оҙатылған.  

Сығанаҡ:  https://www.bashinform.ru  һәм  https://ataisal.com

Сибай редакцияһы коллективы ырымбурҙарға ярҙам күрһәтте
Сибай редакцияһы коллективы ырымбурҙарға ярҙам күрһәтте
Сибай редакцияһы коллективы ырымбурҙарға ярҙам күрһәтте
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: