Рух
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март , 10:11

Башҡортостанда РФ президентын һайлауҙың финал – өсөнсө көнө старт алды

Икенсе көн йомғаҡтары буйынса республикала тауыш биреү 64,82% тәшкил итте. 16 мартта киске сәғәт 8-гә 1 904 036 кеше тауыш бирҙе, тип мәғлүмәт бирә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы. Ауырғазы районында ике көн эсендә һайлаусыларҙың 69% үҙ тауышын бирҙе.

Башҡортостанда РФ президентын һайлауҙың финал – өсөнсө көнө старт алды
Башҡортостанда РФ президентын һайлауҙың финал – өсөнсө көнө старт алды

Бөгөн, 17 мартта, Рәсәй президентын һайлауҙа өс көнлөк тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә, һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 20.00 сәғәткә  тиклем эшләйәсәк. Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында өйҙән сыға алмаған, әммә һайлауҙа ҡатнашырға теләгән граждандар өсөн өйҙә тауыш биреү ҡаралған.

17 мартта 14.00 сәғәткә тиклем участка һайлау комиссиялары өйҙә тауыш биреүҙе һорап мөрәжәғәт итеүҙәрҙе ҡабул итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президентын һайлау 15-17 мартта үтә. Һайлау көндәрендә махсус рәүештә Башҡортостан халҡы өсөн "Рәхмәт-2024" акцияһы үткәрелә, һайлаусыларҙың фатир, автомобиль һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр яулау мөмкинлеге бар.

Шулай уҡ бөтә ғаилә менән тауыш биреүселәр 100 000-дән ашыу приз уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн һайлау участкаһы фонында ғаилә фотоһын төшөрөргә һәм #всейсемьей һәм  #всейсемьей02.хэштегтары менән социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк.

#ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: