Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март , 23:53

ТАУЫШ БИРЕРГӘ ТАҒЫ БЕР КӨН БАР

Һайлауҙа ҡатнашып, “Рәхмәт” акцияһында шәп бүләктәр оторға була

ТАУЫШ БИРЕРГӘ ТАҒЫ БЕР КӨН БАР
ТАУЫШ БИРЕРГӘ ТАҒЫ БЕР КӨН БАР

15 марттан 17-һенә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлайбыҙ. Тағы бер көн ҡалды, тауышығыҙҙы биреп өлгөрөргө һәм бүләктәр ҙә оторға була. Бәлки, һеҙ?

Мәғлүм булыуынса, һайлау участкалары 08:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. Быйыл шундай ҡыҙыҡлы акция бар. 18 йәштән алып Рәсәй гражданы булған һәр кеше үҙ тауышын биреп,  “Рәхмәт” акцияһында ҡатнаша ала. Приздар бик шәп!Смартфон, ноутбук, электр самокаттары, сертификаттар һәм башҡа бик күп бүләктәр. Балалар өсөн дә бүләктәр бар.

Ә инде иң  яҡшы приздар – Өфөлә фатир, автомобиль, шулай уҡ Сочиҙа һәм республика шифаханаларында ял итеү.

Акцияла ҡатнашыусылар араһында суперприздар уйнатыуҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2024 йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса үтәсәк.

Кәрәкле мәғлүмәтте  https://рахмат102.рф сайтында табырға була.

#ВыбираемПрезидента#Башкортостан

#БашВыбор2024

Фото: рахмат102.рф.

Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: