Бына әле лә ирекмәндәребеҙ окоп шәмдәренең сираттағы партияһын әҙерләне. Гуманитар ылау менән оҙатырға 263 шәм ҡаптарға тултырып ҡуйылды. Ә 56-һы "Тура" ҡушаматлы яугир аша тапшырылған.
Районда Ирекмәндәр штабы был эштәргә парафин һатып алып биргән. Ҡатын-ҡыҙҙар советының ветерандары Сажидә Низамова, Рәүфә Филипповалар ойоштороусы булараҡ ҙур эш башҡара. Һәр башланғысҡа ихлас ҡушылып, маскировка селтәрҙәре үреүҙә лә, шәмдәр әҙерләүҙә лә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. Изге теләктәр менән эшләп оҙатҡан шәмдәрегеҙ һалдаттарға йылылыҡ, яҡтылыҡ менән бергә йөрәк йылығыҙҙы ла тойорға ярҙам итһен!