Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Февраль 2024, 10:38

ҺӘР ЭШЕНӘН КИНӘНЕС ТАБЫП ЙӘШӘЙ

Мораҙым ауылында йәшәүсе хөрмәткә лайыҡ, кешелекле һәм кеселекле ир уҙаманы Факил Вәкил улы Дилмөхәмәтовтың  бөгөн тыуған көн юбилейы, уға 65 йәш.

ҺӘР ЭШЕНӘН КИНӘНЕС ТАБЫП ЙӘШӘЙ
ҺӘР ЭШЕНӘН КИНӘНЕС ТАБЫП ЙӘШӘЙ

Инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә йыйнаҡ, етеҙ Факил ағайға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Әле лә дәрте ташып тора, ауылым, ауылдаштарым, тип, тормоштоң уртаһында ҡайнап, төрлө сараларҙа ихлас ҡатнашып, кешеләрҙе дәртләндереп, тулы ҡанлы тормош алып бара.  Хыялында йөрөткән теләге – ғаилә тарихын , фамилияһының килеп сығышын өйрөнеү менән дә шөғөлләнергә ваҡыт тапҡан.  Шәжәрәһен төҙөп ҡуйған.

Хәҙер инде ул Михайловка ауыл советы буйынса ветерандар ойошмаһын етәкләй. Төрлө идеялар менән, пландар менән йәмәғәт эше уртаһында.

Факил ағай «Бәйләнештә» (Вконтакте) «Ауыл йәме - кешеләр» исемле төркөмдө асып, уны уңышлы алып бара. Ауыл яңылыҡтары, үткән сараларҙы, ваҡиғаларҙы яҡтырта, үҙ ауылдаштарына ихтирам күрһәтеп, тыуған көн юбилейҙары менән ҡотлай. Һәр кешенең ыңғай яғын күрә, кәрәкле һүҙҙәрен таба белә. Оҙаҡ йылдар ауыл халҡы менән эшләүе, уларға яҡынлығы,  һәр береһенең тормош-көнкүреше, уй-хыялдары менән хәбәрҙар булыуы ла быға булышлыҡ итә.

 Уның ошо иғтибары кешеләргә, бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә дәрт бирә, күңелдәренә йылылыҡ өҫтәй. Үҙенә күрә бай йөкмәткеле ауыл фонды булған иҫтәлекле яҙмалар киләсәк быуындарға ҙур мираҫ.

Факил Дилмөхәмәтов Мораҙым ауылында күп балалы ғаиләлә 1959 йылдың 3 февралендә тыуған. Атаһы Вәкил Хафиз улы механизатор, әсәһе Фәһимә Мөхәмәтрәхим ҡыҙы избач(китапханасы), балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй. Балалар эшкә ылығып, татыу ғаиләлә матур тәрбиә алып үҫә. Факил ағай тыуған ауылы мәктәбен тамамлағас, Өфө автотранспорт техникумында белем ала. Әрме хеҙмәтенән һуң ете йыл Архангел районының Баҡалды совхозында автомеханик булып эшләй. 1988 йылда Мораҙымға ҡайта, йәш белгескә Чапаев исемендәге колхозды етәкләүҙе ышанып тапшыралар. 1997 йылда «Урал» ауыл хужалығы кооперативы тип үҙгәртелә.

 «Урал» ауыл хужалығы кооперативына өс тиҫтә йылдан артыҡ етәкселек итеп, хужалыҡты алдынғы урындарҙан төшөрмәйенсә, ауылдаштары, район һәм республика кимәлендә лә оло хөрмәт яулаған шәхес булараҡ билдәле.

Ниндәй генә заман еле иҫһә лә, етәксе үҙенең принциптары, талапсанлығы менән төптән егелеп эшләүен дауам итә. Уның осоронда төрлө социаль объекттар яңыртыла йәки төҙөлә, Мораҙым, Михайловка ауылдарына газ үткәргесе төҙөлөп, йорттарға зәңгәр яғыулыҡ килеп етә. Халыҡтың рухи яғы ла күҙ уңынан ситтә ҡалмай. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында район һабантуйҙары ла үтмәгәндә, хужалыҡта тирмәләр ҡороп, милли кейемдәрҙә, ҡурайҙа уйнап, башҡорт ризыҡтары әҙерләп, һабантуйҙар йыл һайын шаулап-гөрләп үтеп тора. Тарих, данлыҡлы кешеләр ҙә онотолмай. Беренсе осоусы Ғәли Ишмырҙин тормошо менән ҡыҙыҡһыныу, уның Өфөләге зыяратын тәртипкә килтереү, көрәш турнирҙары үткәреү, Һабантуй тауында осоусы иҫтәлегенә самолет-һәйкәл урынлаштырыу – ауыл халҡы менән шундай әһәмиәтле эштәр башҡарыла.

Хужалыҡ рәйесе вазифаһынан сәләмәтлек менән бәйле бушатыуҙарын һорағас та, урынбаҫар итеп һайлап ҡуялар, йәштәргә тәжрибәһен уртаҡлашып, кәңәштәрен биреп тағы ла биш йыл эшләй әле.

 

Үҙенең йортонда ла булдыҡлы хужа, әлбиттә, Факил Вәкил улы. Ышаныслы тылы булып, үҙе кеүек уңған, булдыҡлы ҡатыны Венера Әмирйән ҡыҙы менән күркәм иркен йортта матур тормош көтәләр. Ике балалары – ҡыҙҙары Динара менән улдары Илгиз – Өфөлә йәшәйҙәр, үҙ һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Ике ейәндәре өсөн яратҡан олатай менән өләсәй ҙә улар. Ялға ҡайтҡандарында уларҙы ауыл, уның тирә-яғын күрһәтеп, үҙҙәре менән урман-яландарға ла йөрөтәләр. Баҡсаларынан мул уңыш алып, малдар, ҡош-ҡорт үрсетеп, ошо эштәренән кинәнес табып ғүмер кисерәләр. Бесәнде лә элеккесә үҙебеҙ йыйып, әкренләп ташып алырға яратам, ти ғаилә башлығы. Тәбиғәтте, ауылын яратҡан ысын патриот ул. Һәләтле ойоштороусы ла. Был һүҙҙәр бер ҙә пафослы яңғырау өсөн әйтелмәй. Ысынында шулай. Хәҙерге көндәге донъя хәлдәренә килгәндә лә, махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ ҙә иғтибар үҙәгендә. Гуманитар ярҙам ойоштороп торалар. Ауылдаштары ла ихлас ҡушылып, аҡсалата ҙур ярҙам күрһәтәләр, ҡыҫҡа ваҡытта алты маскировка селтәре бәйләп оҙаталар. Тик егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тиән теләктәләр.

Һәр башлаған эшен бөтә күңелен биреп, намыҫ менән башҡара.

Хөрмәтле Факил ағайҙы тыуған көн юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, оҙон ғүмер, йән-тән тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа, һеҙ ҙә күңел нурығыҙ менән тирә-йүндә матурлайһығыҙ, кешеләргә күңел йылыһын йәлләмәйһегеҙ. Үҙегеҙ ҙә ҡәҙерҙә-хөрмәттә, тағы ла алдағы юбилейҙарығыҙҙы ҡаршылап, һөйөнөстәр менән ғүмер итегеҙ!

ҺӘР ЭШЕНӘН КИНӘНЕС ТАБЫП ЙӘШӘЙ
ҺӘР ЭШЕНӘН КИНӘНЕС ТАБЫП ЙӘШӘЙ
ҺӘР ЭШЕНӘН КИНӘНЕС ТАБЫП ЙӘШӘЙ
ҺӘР ЭШЕНӘН КИНӘНЕС ТАБЫП ЙӘШӘЙ
ҺӘР ЭШЕНӘН КИНӘНЕС ТАБЫП ЙӘШӘЙ
ҺӘР ЭШЕНӘН КИНӘНЕС ТАБЫП ЙӘШӘЙ
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас