+3 °С
Ясно
Беренсе февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә – яҙ һуңға ҡалып килер
Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.
Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.
Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә көнөм генә ҡыҫҡа», - тип әйтер, имеш.
Февраль – бүреләрҙең туй айы.
Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.
Февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай.