МХО башланғандан алып, райондан йыш ҡына төрлө аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, маскировкалау селтәрҙәре, техника тейәлгән гуманитар ылау оҙатыла. Был эштән бер кем дә ситтә ҡалмайҙыр.
Ауылдарҙа ла, район үҙәгендә лә хәрбиҙәр өсөн бик кәрәк булған селтәрҙәр үреү менән шөғөлләнәләр.
Был эштә “Алтын йәш” клубы ағзалары ҙур әүҙемлек күрһәтә. Төрлө миҙгелгә ярашлы күпме селтәр бәйләгәндер инде улар. Ә бит фронтта ул бик кәрәкле һаҡланыу сараһы.
Бына әле лә яңы йыл байрамдарынан һуң ғына ла изге йөрәкле апай-инәйҙәр алтынсы маскировкалау селтәрен үреүҙе тамамланылар. Был еңел булмаған, таһыллыҡ, оҫталыҡ талап иткән эш өсөн күпме материал да кәрәк. Тик ниәттәре ҡатмарлы шарттарҙағы хәрбиҙәргә ярҙам итеү теләге булған ҡатын-ҡыҙҙар бөтә күңелдәре менән изге теләктәр теләп, ихлас башҡара был эште.
Был турала китапхана өлкәһе ветераны, хаҡлы ялдағы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булған Зәмирә Хөсәйенова үҙенең социаль селтәрендә шундай һүҙҙәр яҙған: “Барыһы ла берҙәм, ҙур дәрт һәм изге ниәттәр менән эшләй. Был ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ниндәйҙер кимәлдә яугирҙар, тип әйтер инем, сөнки улар Еңеү өсөн мөмкин булған өлөшөн индерә. Рәхмәт һеҙгә, һеҙҙең алда баш эйәм!”
Эйе, бик дөрөҫ һүҙҙәр был. Ир-егеттәр тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫһындар!