Рух
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ғинуар 2024, 11:58

КӨНӨГӨҘ УҢЫШЛЫ БУЛҺЫН!

Ҡыраҡа тауы яғында  һауала ҡояш тирәләй ике дуға асыҡ күренә. Был фото Белорет районында төшөрөлдө.

КӨНӨГӨҘ УҢЫШЛЫ БУЛҺЫН!
КӨНӨГӨҘ УҢЫШЛЫ БУЛҺЫН!

Ошо серле күренеш “гало” тип атала. Грек теленән тәржемә иткәндә был һүҙ “түңәрәк” тигәнде аңлата.

Гало йәйғорға оҡшаған, тик йәйғор һыу тамсыларында яҡтылыҡтың һыныуынан барлыҡҡа килә, уларҙың формаһы ябай һәм йыһанда хәрәкәте бер төрлө. Ҡышҡы “гало” күренеше боҙ кристалдарының ҡатмарлы формалары һәм тәртипһеҙ хәрәкәте арҡаһында теләһә ниндәй йүнәлештә булырға мөмкин. Бөгөн һауа температураһы – 24 градус. Ҡояшлы һыуыҡ көндә күҙәтелә торған был тәбиғәт күренеше. Тик ул йыш булмай.

Һеҙҙең ниндәй ғәжәп хәлдәр күҙәткәнегеҙ бар?

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас