-2 °С
Болотло
Радий Фәрит улы Илдар менән Донбассҡа эш сәфәре барышында таныша. Һүҙ барышында егет ғаилә ҡорорға йыйыныуы тураһында әйтә һәм республика етәксеһен никах туйына саҡыра.
«Баймаҡта булһам, мотлаҡ туҡталырмын, тип һүҙ биргәйнем. Һеҙгә ысын мөхәббәт һәм ҙур бәхет теләйем. Күп итеп балалар үҫтерегеҙ, бер-берегеҙҙе, атай-әсәйҙәрегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хөрмәт итеп йәшәгеҙ», – тине Радий Хәбиров, йәштәрҙе ҡотлап.