Рух
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2023, 11:43

БӨГӨН ДӘ БАТЫРЛЫҠҠА УРЫН БАР

Мораҙым ауылының мәҙәниәт йортонда Ватан Геройҙары көнөнә ҡарата " Герой әсәһе" исемле батырлыҡ дәресе үтте. Ул Ватан геройҙары көнөнә арналды.

БӨГӨН ДӘ БАТЫРЛЫҠҠА УРЫН БАР
БӨГӨН ДӘ БАТЫРЛЫҠҠА УРЫН БАР

Был сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең әсәләре саҡырылды. Шулай уҡ әле ялда булған "Батыр" позывнойлы ауылдаш яугирҙары менән осрашып, аралаштылар.

"Беҙҙең өсөн борсолмағыҙ, барыһы ла  яҡшы. Оҙаҡламай еңеү менән ҡайтырбыҙ", - тине "Батыр" әсәйҙәр һәм барлыҡ йыйылыусылар алдында.
Уҡыусыларҙы тырышып уҡырға , спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы. “Батыр” мобилизация башланыу менән махсус хәрби операцияла. Әле ул ялда,ғаиләһе янында. Өйҙә ике балаһы – улы, ҡыҙы, ҡатыны, әсәһе,атаһы көтә.


Осрашыуға шайморатовсылар класы ла килде. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, "Шайморатов генерал" йырын башҡарҙылар.
Һуңынан барыһы ла бергә - әсәйҙәр , "Батыр", шайморатовсылар - маскировка селтәрен үреүҙә ҡатнаштылар.

Мораҙымдан ете ир-ат хеҙмәттә, берәү ҡаты яранан һуң реабилитация үтә. Хатта бер ҡыҙ ирекмән булып киткән.


Егеттәребеҙҙең тиҙерәк иҫән - имен ҡайтыуҙарын теләп, көтөп ҡалабыҙ. Әсәйҙәр улдарын, балалар – атайҙарын, ҡатындар – ирҙәрен көтөп алһын, уларға һаулыҡ, сабырлыҡ! Тиҙерәк был афәт тамамланып, тыныслыҡ килһен


Бергә булайыҡ , берҙәм булайыҡ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: