Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2023, 22:10

МӘКТӘПТӘР ЯНЫНДА ЮЛ ХӘРӘКӘТЕН КҮҘӘТЕҮСЕ ВИДЕОКАМЕРАЛАР БУЛЫРМЫ?

Марат Уйылданов: “Ни өсөн мәктәптәр янында юл хәрәкәтен теркәүсе видеокамералар юҡ?”

МӘКТӘПТӘР ЯНЫНДА ЮЛ ХӘРӘКӘТЕН КҮҘӘТЕҮСЕ ВИДЕОКАМЕРАЛАР БУЛЫРМЫ?
МӘКТӘПТӘР ЯНЫНДА ЮЛ ХӘРӘКӘТЕН КҮҘӘТЕҮСЕ ВИДЕОКАМЕРАЛАР БУЛЫРМЫ?

Радий Хәбиров был һорауҙы күтәреп алды, тиһәң дә яңылыш булмаҫ: “Башҡортостанда 2019 йылда 170 камера бар ине. Әлеге көндә 1810 юл хәрәкәтен автоматик видеотеркәү камераһы эшләй. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар күп, айына тиҫтәләгән штрафтар алыусылар бар. Беҙ был хәл буйынса кәңәшләшербеҙ, Транспорт министрлығына йөкләмә бирермен. Хәүефле урындар тураһында мәғлүмәт талап итәсәкбеҙ, вәғәҙә итәм, был һорау үтәлергә тейеш. Шуны ла әйтергә кәрәк: кешеләрҙә юлда автомобиль йөрөтөү буйынса цивилизациялы мәҙәниәт тәрбиәләү мөһим. Яңы юлдар төҙөйбөҙ, ә унда руль артындағылар “оса” башлайҙар, шунан инде фажиғә көт тә тор. Һәр юғалтыу – ул ғаилә өсөн, балаларына йәки ата-әсәйгә ҙур ҡайғы. Авария булған ергә беҙҙекеләр сыға, һәр осраҡты анализлай, сәбәбен асыҡлай. Һәр ваҡытта юл торошо сәбәп булмай, ә кешенең иғтибарһыҙлығы, ашығыуы ла урын алып тора. Күптән түгел Белорет районындағы йәш әсә ике балаһы менән вафат булды. Ни өсөн йәйәүлеләр күпере аша машинала сығырға, бында яуапһыҙлыҡ фажиғәгә килтергән. Шуға күрә юлда йөрөү мәҙәниәте кәрәк. Киләсәктә беҙ быны булдыра алырбыҙ, кешеләр аңлай башлар, тип ышанам.”

Мәғлүмәт: Башҡортостанда 2023 йылға тиклем дүрт йылда 95255 юл хәрәкәте билдәләре ҡуйылған һәм алмаштырылған; 203 саҡрым барьер һәм  58 саҡрым йәйәүлеләр юлын һаҡлау саралары, 883 светофор ҡуйылған; 1869 яһалма тигеҙһеҙлек, 314 саҡрым йәйәүлеләр юлы булдырылған, 675 саҡрым юл яһалма яҡтыртыла.

 

Фото: экрандан скриншот.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас