Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2023, 20:53

ИСЕМЛЕ БАТАЛЬОНДАР НИСЕК БАРЛЫҠҠА КИЛГӘН?

Радий Хәбиров менән тура эфир бара, ул төрлө һорауҙарға яуап бирә, шуларҙың береһе – ни өсөн исемле батальондар төҙөлөүе тураһында.

ИСЕМЛЕ БАТАЛЬОНДАР НИСЕК БАРЛЫҠҠА КИЛГӘН?
ИСЕМЛЕ БАТАЛЬОНДАР НИСЕК БАРЛЫҠҠА КИЛГӘН?

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Көйөргәҙе районы Советы депутаты Владимир Хлынцев: «Беренсе сиратта мине генерал Шайморатов ордены менән бүләкләүегеҙгә рәхмәт белдерәм. Минең атайым хәрби осоусы, олатайым һуғышта ҡатнашҡан, ҡарт олатайым өс һуғышты үткән. Хәрби операция башланғас, ситтә ҡалманым, фронтҡа киттем. Ул ваҡытта башҡорт батальондары юҡ ине әле. Уларҙы ойоштороу республика башлығының беҙҙең хәрбиҙәр өсөн алған яуаплылығын да күрһәтә. Бөгөн Башҡортостан егеттәренә Радий Фәрит улы яғынан бик ҙур ярҙам күрһәтелә.  Хәрби хәрәкәттәрҙән тыш, мин күпмелер ваҡыт Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәнем.  Уларға күрһәтелгән ярҙамды бик баһалайҙар. Ә минең һорау шунан ғибәрәт: Һеҙ ни өсөн исемле батальондар формалаштырыу тураһында ҡарар ҡабул иттегеҙ? »

 

Радий Хәбиров: «Был башланғыс республиканың ветеран ойошмаларынан булды.  был эште башлағанда, республиканың өҫтәлмә ярҙам сараларын да булдырыу мөмкинлеген күҙ уңында тоттоҡ. Беҙ тәүлеклек һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр булдырҙыҡ. Был һорау менән Рәсәй оборона министрлығына сыҡтым. Бындай исемле батальондар беҙҙең өсөн бик ҡулайлы. Үҙебеҙҙең егеттәр бер урында туплана. Ҡайһы саҡ көнөнә йөҙләп кеше батальондарға эләгергә тырышып мөрәжәғәт итә. Логистика буйынса еңел: хәрбиҙәргә ярҙам туранан-тура килә. Шуға күрә, был улар өсөн дә, беҙҙең өсөн дә бик уңайлы. Контракт буйынса ла шундай полкыбыҙ бар. Уның командиры кем икәнен беләбеҙ. Мин үҙем командир урынбаҫарын, башҡа хәрбиҙәрҙе шәхсән беләм. Элементар бәҙрәфтәр етешмәгәнен күргәс, ике көн эсендә уларҙы төҙөнөк, шулай уҡ душ кабиналары ултыртылды. Бөтә яҡлап һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итә был исемле батальон, полктар. Тағы ла бер яғы: яҡташ егеттәр бер-береһе өсөн ныҡлы таяныс та».

 

Фото: экрандан скриншот.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас