Рух
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2023, 22:50

ХАЛЫҠ-АРА ФОРУМДАРҘЫҢ ЯБАЙ ХАЛЫҠҠА ФАЙҘАҺЫ БАРМЫ?

Тура эфирҙа залдан һорау биреүселәр араһында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Ғәлимйән Ибәтуллин да булды. Ул республика башлығына бер нисә һорау бирҙе.

ХАЛЫҠ-АРА ФОРУМДАРҘЫҢ ЯБАЙ ХАЛЫҠҠА ФАЙҘАҺЫ БАРМЫ?
ХАЛЫҠ-АРА ФОРУМДАРҘЫҢ ЯБАЙ ХАЛЫҠҠА ФАЙҘАҺЫ БАРМЫ?

Беренсеһе - телевидениеның 65 йыллыҡ юбилейына тарихи бина - Өфө телеүҙәгенә ремонт кәрәклеге тураһында.

«Аҡса табырға тырышырбыҙ, минең Матбуғат йортон ремонтлау буйынса ла вәғәҙәм бар».

Икенсе һорау: XII «Рәсәй – спорт державаһы» форумы 2024 йылда Өфөлә үтәсәк. Был турала ил Президенты Пермдә үткән пленар ултырышта белдерҙе. Төрлө форумдарҙың ябай халыҡҡа ниндәй файҙаһы бар?.

«Был форум буйынса шуны әйтәм: уны Өфөлә көҙ көнө үткәрергә тип тәҡдим итәбеҙ. Унда төрлө күргәҙмәләр ҙә буласаҡ. Беҙ шул ваҡытҡа Көрәш һарайын төҙөп бөтөрәбеҙ, унда төп форум үтһә, барыһы өсөн дә уңайлы, иркен буласаҡ. Президент форумда спорт буйынса совет ултырышы үткәрәсәк. Был спорт, физик культура үҫешен анализлай урыны. Һәм Рәсәй һәм Ҡаҙаҡстан төбәк-ара форумы Башҡортостан өсөн дә файҙалы. Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек предприятиеларға һөҙөмтәле эшләргә, файҙа менән финанслауға, килем алырға булышлыҡ итә. Был иһә үҙ сиратында предприятиены замансалаштырырға, яңыртырға һәм кешеләрҙең эш хаҡына йоғонто яһай. Туризм мөмкинлектәре ҙур. Әлеге ваҡытта Беларусь, Ҡазаҡстан, Үзбәкстан менән авиарейстар бар. Беҙ шуларға «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге » программаһын яраҡлаштырабыҙ. Киләһе йылға Абхазияға бер нисә йөҙ кешене алып барасаҡбыҙ. Әле Ҡаҙаҡстанға барыу буйынса йөкләмә бирҙем. Шулай уҡ күрше төбәктәр – һатыу нөктәләре лә. Хеҙмәттәшлек яңы етештереү урындары асыуға ярҙам итә, мәҫәлән, «Амкодор – Ағиҙел»», - тине Радий Фәрит улы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: