Рух
+12 °С
Облачно
Общие статьи
23 Ноября 2023, 09:07

Һауа торошо быйыл аптырата...

Көҙҙөң тейешенән йылы булыуы, һаман да йылы көндәр тороуы беҙҙең яҡ өсөн ғәҙәти түгел.

Һауа торошо быйыл аптырата...Һауа торошо быйыл аптырата...
Һауа торошо быйыл аптырата...

Алдағы  көндәрҙә–һауа температураһының 18-ҙән +2 градусҡа тиклем булыуы фаразлана.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы көндәрҙә тотороҡһоҙ һауа торошо күҙәтеләсәк. Бөгөн,  23 ноября, еүеш ҡар, ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Һауа температураһы -6,-11°.

Йома, 24 ноябрҙә, республика буйынса төнөн, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -13,-18°, көндөҙ -7,-12°.

Ә шәмбе көнө,  25 ноябрь, төнөн ҡар яуыуы көтөлә, ул еүеш ҡар менән алмашына, көндөҙ шулай уҡ еүеш ҡар яуасаҡ, тип фаразлана. Урыны менән боҙлауыҡ, сымдарҙа һәм ағастарҙа еүеш ҡар уҡмашыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә. Төнөн  -7,-12°, көндөҙ -3,+2° буласаҡ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас