Үҙ теләге менән апрелдә Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫҡансы ла, Заманов райондан һәр гуманитар ылауҙы оҙата бара. Ә июлдә ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Уның тәненә пуля һәм күп ярсыҡтар ҡаҙала. Иң хәүефлеһен, үпкәләгеһен Ҡазан ҡалаһының хирургтары сығара. Өс ай тыуған ерендә булғандан һуң, «Заман» фронтҡа барышлай Ҡазанда туҡтап, табиптарға тәмле башҡорт балын күстәнәс итеп ҡалдырасаҡ.
Тәнендә һаман да 11 ярсыҡ ҡалыуға ҡарамаҫтан, ир уҙаманы уларҙы алдырырға ваҡыты юҡлығын белдерә.
Рөстәм райондың ныҡлы ярҙамын билдәләп, район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов тураһында йылы һүҙҙәр менән һөйләй: «Ул егеттәр өсөн барыһын да ысын күңелдән эшләй, беҙгә ярҙамы ҙур. Гуманитар ярҙам алып барғанда ла, беҙ уның менән меңәрләгән саҡрымдар бергә үттек. Мин уны ныҡ хөрмәт итәм. Егеттәр ҙә уның ярҙамын баһалайҙар, уны һәр ылау менән көтәләр, ул килмәһә, кәйефтәре», - ти ул.
Барлыҡ ир-егеттәребеҙ ҙә имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын!
«Ауырғазы хәбәрсеһе» мәҡәләһе буйынса әҙерләнде..