+5 °С
Облачно


Һеҙ фотола Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы янындағы Өфө городовойы һәйкәлен күрәһегеҙ. Һәйкәл 2018 йылда Рәсәй полицияһының 300 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡуйылған. Скульпторы — Өфө рәссамы Хәниф Хәбибрахманов. Бронзанан ҡойолған һын революцияға тиклемге тәртип һаҡсыһы образын сағылдыра. Уны эшләү өсөн скульптор республиканың Эске эштәр министрлығы музейындағы архив фотоһүрәттәре һәм тарихи артефакттар менән танышып сыҡҡан.
Фото: «Башинформ»