Общие статьи
24 Октября 2023, 16:03

ЮЛ-ТРАНСПОРТ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ТУРАҺЫНДА КӘҢӘШЛӘШТЕЛӘР

АУЫРҒАЗЫ РАЙОН ХАКИМИӘТЕНДӘ ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕН ТӘЬМИН ИТЕҮ  ҺОРАУҘАРЫ БУЙЫНСА КОМИССИЯ УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ.

ЮЛ-ТРАНСПОРТ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ТУРАҺЫНДА КӘҢӘШЛӘШТЕЛӘРЮЛ-ТРАНСПОРТ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ТУРАҺЫНДА КӘҢӘШЛӘШТЕЛӘР
ЮЛ-ТРАНСПОРТ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ТУРАҺЫНДА КӘҢӘШЛӘШТЕЛӘР

Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – өҫтөнлөклө йүнәлештәге мәсьәлә. Профилактика эшенең һөҙөмтәле булыуы юлдарҙағы тәртип, кеше һаулығы һәм ғүмере менән бәйле.

Кәңәшмәлә район буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлеге, торлаҡ-коммуналь хужалығы идараһы, мәғариф бүлеге вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

 

Юл селтәренең ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге, юл-эксплуатация һәм муниципаль ойошмаларҙың боҙлауыҡ мәленә һәм ҡар таҙартыу мәсьәләһе буйынса һорауҙар тикшерелде. Юл-транспорт фажиғәләрен һәм балаларҙың юл-транспорт йәрәхәттәрен киҫәтеү буйынса профилактик эшкә айырым иғтибар бирелде.

Һәр йүнәлеш буйынса аныҡ мәсьәләләр билдәләнде, яҡынлашҡан ҡышҡы миҙгелдә уларҙы үтәү бурысы ҡуйылды.

ЮЛ-ТРАНСПОРТ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ТУРАҺЫНДА КӘҢӘШЛӘШТЕЛӘР
ЮЛ-ТРАНСПОРТ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ТУРАҺЫНДА КӘҢӘШЛӘШТЕЛӘР
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас