Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2023, 17:27

РАЙОНЫБЫҘ ЕГЕТТӘРЕ ҺЫНАТМАЙ!

ТӨРӨМБӘТ АУЫЛЫНАН МАХСУС ХӘРБИ ОПЕРАЦИЯЛА ҠАТНАШЫУСЫ ДЕНИС ИҪӘНБАЕВ. РӘСӘЙ НАГРАДАҺЫНА ЛАЙЫҠ БУЛДЫ.

РАЙОНЫБЫҘ ЕГЕТТӘРЕ ҺЫНАТМАЙ!
РАЙОНЫБЫҘ ЕГЕТТӘРЕ ҺЫНАТМАЙ!

Денис 2022 йылдың 28 сентябрендә мобилизацияланған. Хәҙер икенсе йыл инде ул ил һағында. Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы, тәүәкәллеге, ҡаһарманлығы өсөн командованиеһы уны Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһына – Суворов миҙалына тәҡдим итә. Ай тирәһе алғы һыҙыҡта йөрөп ялға туҡтаған мәлдә был награданы уға командиры тапшыра.

Был турала ул Төрөмбәттә йәшәгән ата-әсәһенә хәбәр итә, фотолар ебәрә. Ә яугирҙың ғаиләһе Нижневартовск ҡалаһында йәшәй, улы быйыл тәүгә мәктәп партаһы артына ултырған.

  • Бәләкәйҙән физик эшкә өйрәнеп үҫте, - ти улы тураһында Дилара Иҙрис ҡыҙы. – Мәктәптән ҡайтыу менән мал ҡарау, аҙбарҙарҙы таҙартыу, утын ярыу, ҡыш көндәрендә санаға икешәр феләк менән һыу ташып мал эсереү булһынмы – бер эштән дә ҡурҡманы. Мин мәктәптән эштән һуң ҡайтһам, өйҙә лә гел ярҙам итте.. Бала саҡтан техника яратты, 6- сы кластан алып мотоцикл, машина, трактор йөрөттө,йәй буйы атаһы менән бесән әҙерләште. 11- се класты тамамлағансы, башҡорт, рус әҙәбиәтенән шиғырҙарын ятлап, миңә һәр саҡ һөйләп күрһәтә ине Класташтарын хөрмәт итте, ҡыҫҡаһы,олоно оло, кесене кесе итте, мәктәпте, уҡытыусыларҙы яратты. Уның шулай көслө ихтыярлы, түҙемле, сыҙам, ярҙамсыл булыуында беҙҙең генә түгел, һис шикһеҙ, шул ваҡытта уҡытҡан уҡытыусыларҙың да роле барҙыр. Барыһына ла оло рәхмәтемде белдерәм. Балалар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар, илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, шатланып осрашырға насип итһен.

 

Дилара Иҙрис ҡыҙы менән Фәнил Сәхи улы улдарының шундай көслө рухлы, батыр булыуы менән ғорурлана һәм уның ҡайтыу мәлдәрен һағынып көтә.

Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың имен-һау тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ!

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас