Рух
+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
26 Сентябрь 2023, 10:12

Мәңгелеккә ҡалды ир даны...

Марат Баязит улы Ишемғоловтың беҙҙең арала булмауына 10 йыл. Түрһәгәҙе мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларынан бер төркөм ауылдаштары, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре Марат Ишемғоловтың (29 август 1948 йыл – 24 сентябрь 2013 йыл) ҡәберенә сәскәләр һалды. Улар уны һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә ала. Районы һәм ауылы өсөн эшләгән эштәре онотолмай.

Мәңгелеккә ҡалды ир даны...Мәңгелеккә ҡалды ир даны...
Мәңгелеккә ҡалды ир даны...

Мәңгелеккә ҡалды ир даны

(Әлфиә Әсәҙуллина). 25.09.2013

 

Ауырғазы һөйгән улһыҙ ҡалды,

Ауырғазы – ауыр ғазаплы.

Баязиттың улы Маратты ул

Һуңғы юлға көҙөн оҙатты.

 

Аҡ донъяны бәхетлерәк итмәк,

Матурламаҡ булып ул килде.

Халҡы хаҡтарына, ауыр йөккә

Айбарланып төптән егелде.

 

Йөрәгенең көсө-кәре менән

Еңеләйтмәк булды тормошто

Кешеләрҙең көткән донъяһында

Ҡот-йәм арттырырға тырышты.

 

Ул уйланы Кеше тураһында

Уның киләсәген уйланы.

Көндө-төнгә, төндө таңға ялғап,

Хәстәр күреп юлдар ураны.

 

Баҫыуҙарҙа ашлыҡ ишелһен тип,

Ҡура тулы булһын малға тип,

Тынғыһыҙлыҡ менән ғүмер итте,

Ашы булһын эшле ҡулға тип.

 

Тыуған ерен данлап йәшәне ул,

Хеҙмәт һөйгәндәрҙе ҙурланы.

Үҙ еренең тоғро уланының

Намыҫ, выждан булды иманы.

 

Яҡшылыҡтар ерҙә ятмай бит ул,

Изгелектәр донъя ҡотайта.

Мәрхәмәтле, саф күңелдә тыуған

Яҡты хәтер ғүмер оҙайта.

 

Кешелекле булды ир-уҙаман –

Баязиттың улы Марат та.

Һағышлы көҙ һары япраҡтарҙы

Күҙ йәшенә мансып тарата.

 

Ир ғүмере – ике. Ерҙә ҡалған

Изге эштәр – ғүмер дауамы.

Халҡы йөрәгендә мәңгелеккә

Йәшәр өсөн ҡалды ир даны.

 

2001—2013 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы(1996), Салауат Юлаве ордены кавалеры (2010), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты ( 2011).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас