Рух
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Сентябрь 2023, 11:40

БЕҘ БЕРГӘ!

Сираттағы гуманитар ярҙам махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ ир-аттарыбыҙға барып етте

БЕҘ БЕРГӘ!
БЕҘ БЕРГӘ!

Район халҡы хәрбиҙәргә ҡуш ҡуллап ярҙам итә. Хаҡлы ялдағылар, төрлө ойошмаларҙа эшләүселәр маскировкалау өсөн селтәрҙәр бәйләйҙәр, ирекмәндәр штабы халыҡтан йыйылған аҡсаға төрлө техника, кәрәк-яраҡ әҙерләй, посылкалар бер ылауға йыйып оҙатыла.

Бына үткән ялдарҙа райондан сираттағы гуманитар ылау яҡташтарыбыҙға тапшырылды. Яугирҙар битараф булмаған бар кешеләргә оло рәхмәттәрен еткерә. Улар өсөн был ҙур ярҙам, бигерәк тә райондаштарҙың изге хәстәрләүҙәрен тойоу уларға мораль яҡтан да ҙур файҙа.


Шулай уҡ барыусылар Луганск республикаһының Антрацит ҡалаһындағы бәлиғ булмағандар өсөн приютҡа барҙылар. Бында йәшәүсе балалар ауыр тормош хәлендә ҡалғандар, һуғыштан зыян күргәндәр. Ауырғазыларҙан улар өсөн дә хәйриәлек ярҙамы күрһәтелде. Бында беҙҙекеләрҙе ҙур рәхмәттәр менән ҡабул иттеләр.  

-------------
Друзья, сбор гуманитарной помощи продолжается:
Для всех желающих оказать помощь землякам, находящимся в зоне проведения СВО, открыта банковская карта Сбербанка на имя Баева Григория Петровича № 2202 2036 0715 9292 (перевод по номеру карты), телефон для связи 8-999-131-81-50 (карта не прикреплена)

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас