Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Сентябрь 2023, 12:05

ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!

Ошо көндәрҙә районда оло тарихи ваҡиға булды: 79 йылдан һуң Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғиндәлиф Заһитовтың наградаһы уның ҡыҙына тапшырылды.

ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!
ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!

Награданың да ниндәйе бит! Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов Ҡыҙыл Йондоҙ орденын Геройҙың берҙән-бер ҡыҙына, Төрөмбәт ауылында йәшәүсе педагогия хеҙмәте ветераны Миңлегөл Ғиндәлиф ҡыҙына тапшырҙы.

Тарихи мәғлүмәткә туҡталайыҡ.

Заһитов Ғиндәлиф Хаммат улы 1905 йылда Төрөмбәт ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем колхоздың ветеринария табибы була. 1942 йылда Ауырғазы районының хәрби комиссариаты саҡырыуы менән фронтҡа китә. 1942 йылдың 20 майынан 40-сы Гвардия танк бригадаһы составында кесе сержант званиеһында хеҙмәт итә. Ул автоматсыларҙың моторлаштырылған взводы автоматсыһы була.

Заһитов 1944 йылдың 18 июлендә Добраник ауылы өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтә. Отделение составында ауылға беренсе булып инә. Ҡул һуғышында һөм автомат уты менән фашистарҙың ике атакаһын кире ҡаға. Батальон килеп еткәнсе ике сәғәттән артыҡ алышалар. Дошмандың ике взводын тиерлек юҡҡа сығаралар һәм ауылды азат итеүгә хәл иткес өлөш индерәләр.

Ошо йылдың  21 авгусында Ғиндәлиф Хаммат улы яуҙа һәләк була. Ул Польшаның Келецк өлкәһенә ҡараған Кихары ауылы янындағы туғандар ҡәберлегендә (братская могила) ерләнгән.


Яугирҙың ғаиләһе, яҡын туғандары уның хәрби юлы һәм наградалары тураһында бер нәмә лә белмәгән. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы ла, һәләк булыуы тураһында хәбәрнамә, башҡа документтар ҙа һаҡланмаған.

 
2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Үҙәк архивындағы электрон документтарҙа (https://pamyat-naroda.ru/?ysclid=lmhv98sesd737410974) Геройҙың ейәнсәре  Нурия Урал ҡыҙы олатаһының хәрби хеҙмәте осоро, ҡайҙа ерләнеүе тураһында мәғлүмәттәргә юлыға. Бында Ғиндәлиф Хаммат улының 40-сы танк бригадаһының 1944 йылдың 27 июлендәге 024-се һанлы приказ менән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү тураһында награда ҡағыҙы ла була. Әммә «Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Үҙәк архивы»ның архив белешмәһендә орденды һалатҡа тапшырыу тураһында билдә булмай.

Миңлегөл Заһитовала атаһы тураһында бер ниндәй иҫтәлеге лә булмаған, архив мәғлүмәттәре уның өсөн бик тә ҡиммәтле рухи мираҫ.

Бөйөк Ватан һуғышы һәр ғаиләгә ҡағылған, һаман да билдәһеҙ биттәр бар. Ә яҡташыбыҙҙың батырлығы мәңге йөрәктәрҙә ҡалыр өсөн тыуған яғына нисәмә йылдарҙан һуң әйләнеп ҡайтты. Киләсәк быуындар өсөн ҡәҙерле ҡомартҡы ул.


 (Ауырғазы районы хакимиәте сайты мәғлүмәттәре буйынса).

ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!
ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!
ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!
ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!
ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!
ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!
ГЕРОЙҘЫҢ НАГРАДАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ!
Автор:
Читайте нас: