Рух
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Сентябрь 2023, 13:25

Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар.

Ул урта сроклы һәм оҙайлы ваҡытҡа, йәғни 5 һәм 10 йылға профессиональ кадрҙарға ихтыяжды билдәләргә ярҙам итәсәк.

Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар.
Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын ошондай һорау алыу үткәрә, һуңынан һөҙөмтәләр буйынса, бөтә шарттарҙы - кәрәгәсәк кадрҙарҙың йәшен, белем кимәленә һәм һөнәри квалификацияһына ҡарата талаптарҙы иҫәпкә алып, төбәк иҡтисадының кадрҙарға булған ихтыяжын күҙаллай.

Һорау алыуҙа:

бөтә төр ҡтисади эшмәкәрлек алып барған, төрлө милек формаһындағы, хеҙмәткәрҙәр һаны яғынан бәләкәй, урта, эре ойошмалар ҡатнаша ала.

❗2023 йылдың 15 сентябренә тиклем һорау алыуҙа ҡатнашып өлгөрөгөҙ.

Анкета тултырғанда һорауҙар килеп тыуһа, телеграм-чатта һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Системаға инеү өсөн ойошманың электрон почтаһына күрһәтмә, ваҡытлыса логин һәм пароль менән хат ебәрелә. Тулыландырылған мәғлүмәттәрҙең барыһы ла тик прогноз төҙөү һәм уҡытыу программаларына төҙәтмәләр индереү өсөн файҙаланыласаҡ.

Ентеклерәк – сайтта

ңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: