Рух
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2023, 08:00

Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде нисек тоторға?

Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы белгестәре аңлата

Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде нисек тоторға?
Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде нисек тоторға?

😷 Марлянан эшләнгән йә башҡа төрлө дымлы битлек файҙаланырға, күберәк таҙа һыу һәм йәшел сәй эсергә, көн дауамында һалҡын душ керергә тәҡдим ителә.

💧Тәҙрәләрҙе ябыҡ килеш тоторға, бүлмәне еүеш сепрәк менән һөртөп торорға һәм һауаны дымландырырға кәрәк.

☝Бигерәк тә танау ҡыуышлығын йыуырға һәм ауыҙҙы сайҡатырға. Шулай уҡ был осорҙа күҙ менән проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн табиптар контакт линзаларҙа йөрөргә кәңәш итмәй.

💪Физик әүҙемлекте сикләргә.

💊 Үпкә, йөрәк һәм аллергия сирҙәренән яфаланған кешеләргә үҙҙәре менән дарыуҙар алырға кәңәш ителә.

🌅 Һауала төтөн күпселек осраҡта иртә менән йыйыла, шуға күрә был ваҡытта урамда оҙаҡ йөрөүҙән тыйылырға кәрәк.

👩‍👧‍👦Балаларға һәм ауырлы ҡатындарға тышта оҙаҡ йөрөүҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк.

🥗 Еңел үҙләштерелә торған, витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡ ашарға, йәшелсә- емешкә өҫтөнлөк бирергә. Майлы аҙыҡты сикләргә.

❌ Мөмкин тиклем тәмәке тартыуҙы сикләргә, алкоголдән баш тартырға кәрәк.

🚗 Мөмкинлек булһа, төтөн баҫҡан тораҡ пункттан китергә йәки унда булыу ваҡытын сикләргә, балаларҙы, өлкәндәрҙе һәм сирлеләрҙе алып китергә кәрәк.

👨‍⚕ Һауа етмәү, йүткереү, йоҡоһоҙлоҡ йәки киҫкен ауыртыу билдәләре беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә.

📞 Төтөн еҫе һиҙһәгеҙ, 112 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

ңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас