Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияға былтыр сентябрь аҙағында мобилизациялана. Унда ла һынатмай, үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, махсус хәрби операцияны башҡарғанда күрһәткән батырлығы, тәүәккәллеге һәм ҡаһарманлығы өсөн ул апрелдә Рәсәйҙең иң юғары наградаһы — Суворов миҙалы менән бүләкләнә.
«Махсус хәрби операцияның мәжбүри сара булыуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Дошмандарҙы юҡҡа сығарырға, беҙҙең илгә яҡын ебәрмәҫкә тырышабыҙ. Иң мѳһиме, тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Беҙ шуның ѳсѳн кѳрәшәбеҙ. Батыр яугирҙарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын!
Республикабыҙ өсөн бөгөнгө мөһим сарала һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Илебеҙ күге - аяҙ, уның социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, ныҡлы булһын, ә халҡы үҙ-ара дуҫ татыу йәшәһен! Шул саҡта ғына беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәге ышаныслы, яҡты буласаҡ. Шуға ла бөгөн берҙәм булып, үҙ тауышыбыҙҙы лайыҡлы кандидаттар өсөн бирәйек!” - тине яугир яҡташыбыҙ.
Наилә Имаева.
Гөлнара Шәйхинурова фотолары.