Рух
+11 °С
Ясно
Общие статьи
5 Сентября 2023, 04:23

Электричкала юл йөрөү хаҡының 20 %-ын нисек ҡайтарырға?

Башҡортостанда 2023 йылдың 31 декабренә тиклем электричкаға билетты кешбэк менән алырға мөмкин. Быны нисек эшләргә икәнен аңлатабыҙ:

Добавить в предпочтительные источники Google
Электричкала юл йөрөү хаҡының 20 %-ын нисек ҡайтарырға?Электричкала юл йөрөү хаҡының 20 %-ын нисек ҡайтарырға?
Электричкала юл йөрөү хаҡының 20 %-ын нисек ҡайтарырға?

Юл йөрөү арзаныраҡ булһын өсөн уны «РЖД Пассажирҙарға» ҡушымтаһында Тиҙ түләүҙәр системаһы (СБП) аша түләргә кәрәк.

Юл хаҡының 20 процентын кире ҡайтарырға мөмкин, әммә бер билет өсөн 40 һумдан артыҡ ҡайтарылмай һәм бер ҡулланыусыға айына, дөйөм алғанда, 1000 һумға тиклем генә сумма тейеш.

📆 Кешбэк пассажирҙың иҫәбенә өс көн эсендә кире ҡайта.

Тулыраҡ - Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы сайтында

Күрһәтмә

«РЖД Пассажирҙарға» мобиль ҡушымтаһы

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының мәғлүмәт-диспетчер үҙәге: 8 (800) 222-63-09

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас