Рух
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Сентябрь 2023, 08:50

Иҫәпләгестең пломбаһы боҙолһа, нимә эшләргә?

Иҫәпләгестең пломбаһы ысҡындымы? Ресурс менән тәьмин итеүсе компанияға мөмкин тиклем тиҙерәк хәбәр итегеҙ. Бының өсөн штраф һәм ҡулланыу нормативы буйынса ҡайтанан иҫәпләү ҡаралған.

Иҫәпләгестең пломбаһы боҙолһа, нимә эшләргә?
Иҫәпләгестең пломбаһы боҙолһа, нимә эшләргә?

Нисек эш итергә?

⃣ Ғариза яҙырға һәм унда пломбаның боҙоҡ булыуын ҡасан һәм нисек асыҡлауығыҙҙы яҙырға кәрәк. Сәбәбен белһәгеҙ, уны ла әйтеп үтегеҙ. Мәҫәлән, был хәлдең авария эҙемтәләрен бөтөргәндә килеп сығыуы ихтимал.

⃣ Быға тиклем күрһәтмәләр буйынса теүәл түләгәнһегеҙме-юҡмы - хеҙмәткәрҙәр тикшерәсәк. Ваҡытында түләп барһағыҙ, иҫәпләгестең һәм һуңғы квитанцияның күрһәткестәре тура килә йәки бер иш була тиерлек, сөнки пломбаның боҙоҡлоғо приборҙың эшенә йоғонто яһамай.

3️⃣ Яңынан пломба ҡуйыуға ғариза бирегеҙ. Яңы пломба ҡуйған өсөн түләргә кәрәк буласаҡ.

Пломбаһыҙ иҫәпләгесте артабан файҙаланһағыҙ, нимә була?

1️⃣ Ресурс менән тәьмин итеүселәр планлы рәүештә иҫәпләгесте тикшерергә килһәләр, пломбаны махсус рәүештә әҙерәк түләр өсөн ысҡындырғандар, тип хәл итеүҙәре мөмкин.

2️⃣ Һеҙгә штраф һәм яңы пломба ҡуйған өсөн аҡса түләргә тура киләсәк.

3️⃣ Шулай уҡ бер кешегә норматив буйынса өс айлыҡ түләүҙе ҡабаттан иҫәпләп, 10 коэффициентына ҡабатлаясаҡтар. Был ҙур суммаға барып баҫыуы ихтимал.

Ҡайтанан иҫәпләү менән риза булмаған осраҡта дөрөҫлөктө суд аша юлларға тура киләсәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: