Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Август 2023, 22:30

Түләүле дауаханала бала тапҡан өсөн һалым ҡайтармаһы

Түләүле дауаханала бала тапҡан өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Түләүле дауаханала бала тапҡан өсөн һалым ҡайтармаһы
Түләүле дауаханала бала тапҡан өсөн һалым ҡайтармаһы

Үҙ аҡсаң иҫәбенә бала табыуға төҙөлгән килешеү өсөн һалым ҡайтармаһы алыу маҡсатында Федераль һалым хеҙмәтенә түбәндә күрһәтелгән документтарҙы тапшырырға кәрәк:

- медицина учреждениеһы (бала табыу йорто) менән төҙөлгән контракт күсермәһе
- чектар һәм медицина хеҙмәттәре өсөн түләү тураһында белешмә
- башҡарылған эштәр хаҡында акт

Бала табыу хаҡының 13 процентын ҡайтарырға мөмкин. Уның иң ҙур күләме - 15 600 һум.

Социаль ҡайтарма физик шәхестәрҙең табышына 13 процентлыҡ ставка буйынса һалым түләгән Рәсәй граждандарына ғына ҡаралған. Профессиональ килемгә 4 йәки 6 процент һалым түләгән үҙмәшғүлдәр һалым ҡайтармаһын алмай.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: