Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август 2023, 10:40

Урағай етте

Бөгөн август, йәки башҡортса, урағайҙың беренсе көнө. 

Урағай етте
Урағай етте

Август (латин һүҙенән augustus — “Октавиан Август айы”, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә “илаһи, бөйөк”, тигәнде аңлата) — йылдың һигеҙенсе, йәйҙең һуңғы айы. “Август” атамаһы беҙгә рим империяһынан килгән. Уны Августа исемле Рим императоры хөрмәтенә атағандар.

Башта август йылдың алтынсы айы тип иҫәпләнгән. 1700 йылда ул 12-се итеп күсерелә. Петр батша реформаһынан һуң август йәйҙең өсөнсө, йылдың һигеҙенсе айы булып һанала башлай.

Бик күп халыҡ һынамыштары бар:

* Августа имән сәтләүеккә бай булһа – уңыш мул булыр.
* Августа бәшмәк күп булһа, иген дә мул булыр.
* Августа ҡыш йәй менән көрәшер.
* Августа төшкә тиклем – йәй, төштән һуң – көҙ.
* Августтан алма еҫе килер.
* Август – бай ай: йәнең теләгәнен ал да аша.
* Август – бешерә, сентябрь өҫтәлгә ҡуя.
Урағай етте
Урағай етте
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: