Рух
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель 2023, 20:17

СӘХНӘНӘН ПАТРИОТИК ЙЫРҘАР ЯҢҒЫРАНЫ

Бөгөн Ауырғазы район Мәҙәниәт һарайында “Тыуған ил. Намыҫ. Дан” тигән исем аҫтында патриотик йырҙар конкурсы үтте.

СӘХНӘНӘН ПАТРИОТИК ЙЫРҘАР ЯҢҒЫРАНЫ
СӘХНӘНӘН ПАТРИОТИК ЙЫРҘАР ЯҢҒЫРАНЫ

Бөгөн Ауырғазы район Мәҙәниәт һарайында “Тыуған ил. Намыҫ. Дан” тигән исем аҫтында патриотик йырҙар конкурсы үтте.

Йыл һайын ойошторолған сара илебеҙ тыныслығын  яулаған ветерандарыбыҙ, уларҙың вариҫтары алдында баш эйеү, батырлыҡтарын данлау менән бергә талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау бурысын да башҡара.

Конкурста вокаль ансамблдәр, мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәре лә, мәктәп коллективтары, уҡыусылар ҡатнашты.

Барыһы ла ентекле әҙерләнгән, йөрәккә үтеп инерлек йырҙар һайлаған. Фестиваль йәштәрҙең патриотик йырҙарҙы яратып башҡарыуын, уларҙы белеүен күрһәтте.

Район конкурсының йомғаҡтары Беренсе Майға арналған байрам концертында иғлан ителәсәк.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: