Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2023, 11:38

Бөгөн авиация һәм космонавтика көнө

1961 йылдың 12 апрелендә тәүге кеше йыһанға оса. Юрий Гагарин "Восток-1" карабында Ерҙе әйләнеп сыға. Ошо көн Космонавтика көнө булараҡ 1962 йылдан рәсми билдәләнә.

Бөгөн авиация һәм космонавтика көнө
Бөгөн авиация һәм космонавтика көнө

1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин Восток-1 карабында Ерҙе әйләнеп сыға. Тәүге кешенең йыһанға осошо 108 минут дауам итә.

Беҙҙең республикала яҙмыштарын йыһан менән бәйләүселәр ҙә күп. Улар өсөн 12 апрель ҙур байрам, - ти Башҡортостандағы "Байконур" ветерандары ойошмаһы ағзаһы, подполковник Харис Сәғитов. Илдә һәр 4-се кешенең йыһанда булыу теләге бар. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге Космонавтика көнө уңайынан социологик тикшеренеү уҙғарған. 30 процент балаһы, йә ейәне космонавт булыуын теләй. Алдағы йөҙ йыл эсендә йыһан өлкәһендәге ваҡиғалар араһында Марсҡа экспедиция, Айҙа база булдырыу, эргәләге планеталарҙан файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы фаразлаусылар күп.

 

Сығанаҡ:Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

 

Фото:kuda-mo.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: